Обычный вид

Яңылыҡтар

03.06.2021 14:52:00

Lasselsberger Өфө районындағы сәнәғәт предприятиеһын киңәйтеү өсөн 6,3 млрд һум аҡса йәлеп итәсәк

3 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Lasselsberger компанияһын ойошторған Йозеф Ласселсбергер республика Хөкүмәте менән компания араһында Өфө районында етештереүҙе киңәйтеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Дөйөм хаҡы 6,3 миллиард һумлыҡ инвестиция проекты 2026 йылға тиклем иҫәпләнгән, ул йылына 10 миллион квадрат метр керамик плитә сығарыуҙы күҙаллай. Һөҙөмтәлә 270 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Килешеү нигеҙендәге үҙ-ара эшмәкәрлек бизнес-проектты, финанс һәм техник документтарҙы, шулай уҡ проектҡа дәүләт ярҙамы саралары комплексын формалаштырыуҙы үҙ эсенә ала.

Документҡа ҡул ҡуйыр алдынан Радий Хәбиров менән Йозеф Ласселсбергер эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда компанияның төбәктәге ағымдағы эшен һәм яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләшеү булды.

-      Башҡортостан инвестициялар өсөн асыҡ. Килешеү эшмәкәрлегебеҙ үҫешенә ярҙам итер тип ышанам. Ул республика өсөн яңы эш урындар барлыҡҡа килтерәсәк, – тине Йозеф Ласселсбергер. – Республика килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ ҡылыр тип ышанабыҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter