Обычный вид

Яңылыҡтар

09.05.2021 08:55:00

Радий Хәбиров Еңеү паркында "Мәңгелек ут"ҡа сәскәләр һалды

9 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүгә 76 йыл тулыуға арналған тантанала ҡатнашты. Ул Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡы исеменән Еңеү паркында урынлашҡан Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә, "Мәңгелек ут"ҡа сәскәләр һалды.

Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимндары яңғырағандан һуң, тантанала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған ил һағында торғандарҙы, яу яланында ятып ҡалған батырҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү осоусылар мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәрен, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттарын сәләмләне. Уҡыусылар, курсанттар яугирҙәрҙең үлемһеҙ батырлығына арналған тантаналы маршта ҡатнашты.

Республика етәксеһе Еңеү паркындағы “Еңеүҙең алтын йондоҙҙары” интерактив майҙансыҡтарҙы, кадеттар сығышын, йәш шиғыр уҡыусылар бәйгеһен, фотоһүрәттәр һәм картиналар күргәҙмәһен, Эске эштәр министрлығы кинология хеҙмәте үҙәгенең эттәре сығышын ҡараны.

Радий Хәбиров ветерандар һәм Өфө халҡы менән аралашты, уларҙы байрам менән ҡотлап һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter