Обычный вид

Яңылыҡтар

11.05.2021 09:22:00

Радий Хәбиров йорттарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу һәм диспансеризация буйынса эштәрҙе йәнләндереү күрһәтмәһен бирҙе

11 майҙа оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу эшен әүҙемләштерергә ҡушты.

Радий Хәбиров белдереүенсә, дәүләт башлығы күрһәтмәләренең береһе 2023 йылға тиклем газ үткән ауылдарҙағы йорттарға бушлай газ үткәреүгә ҡағыла. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республикала ташлама хоҡуғы булған граждандарға йорттарын газ селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн 60 һәм 100 мең һумлыҡ сертификат биргән программа ғәмәлдә.

– Беҙҙең программа буйынса льготниктар һанын арттырыу мөмкинлеген өйрәнергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.  

Икенсе күрһәтмә вице-премьер  - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға бирелде. Уға медицина профилактик тикшеренеүҙәре һәм халыҡты диспансерлаштырыу мәсьәләһенә ныҡлы иғтибар бүлергә ҡушылды. Дәүләт башлығы күрһәтмәләре араһында йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкосирҙәрҙән үлеү осраҡтарын кәметеүгә арналған пункттар ҙа бар.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter