Обычный вид

Яңылыҡтар

11.05.2021 09:15:00

Радий Хәбиров шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаны Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне

11 майҙа аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шашка буйынса донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаға юғары дәүләт наградаһы – Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы.

Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Юрий Черток Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

– Тамара Танһыҡҡужина илдә ошо тиклем титулдары булған берҙән-бер шашкасы. Һеҙ бик ауыр шарттарҙа еңеп сыҡтығыҙ, баҫымға ҡарамай үҙегеҙҙең оҫталығығыҙҙы күрһәттегеҙ һәм донъяның “шашка королеваһы” исемен һаҡлап ҡалдырҙығыҙ, - тине Радий Хәбиров.

 

Тамара Танһыҡҡужина Башҡортостан Башлығына һәм республика халҡына рухи ярҙам өсөн рәхмәт әйтте.

– Һуңғы раунд шул тиклем мауыҡтырғыс булды, был Польшалағы иң таралған контент ине. Матч принципиаль һәм ҡыҙыҡлы булды. Еңә алыуыма бик шатмын. Ошо йылдар дауамында республика шашка спортына ярҙам күрһәтте, шулай уҡ беҙҙең шашка клубы коллективына рәхмәтемде белдерәм, – тине ул.

Радий Хәбиров ике аҙна эсендә республикала шашка спортын үҫтереүгә бәйле тәҡдимдәр әҙерләргә тигән күрһәтмә бирҙе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter