Обычный вид

Яңылыҡтар

28.04.2021 19:36:00

Владимир Путин Башҡортостан ирекмәне Радик Әсфәндийәровты үлгәндән һуң Пирогов ордены менән наградланды

28 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәрен профессиональ байрамдары менән ҡотланы һәм уларға дәүләт наградалары тапшырҙы.

-      Ашығыс ярҙам – илдең төп экстрен хеҙмәттәренең береһе. Уның әһәмиәтен айырыуса  күп кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын алған коронавирус пандемияһы күрһәтте, - тип билдәләне Александр Сидякин. - Һеҙҙең юғары профессионализмығыҙ һәм ярҙамсыл булыуығыҙ бар Башҡортостан халҡы өсөн мөһим.

Етәксе шулай уҡ табиптар менән бер рәттән эшләгән республика ирекмәндәренә рәхмәт белдерҙе. «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең «Беҙҙең хәстәрлек» үҙәге биш меңдән ашыу ирекмәнде берләштерә.

Коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә ҙур өлөш индергәне, һөнәри бурысын үтәгәндәге батырлығы өсөн Шишмә районы егете, ирекмән Радик Мансур улы Әсфәндиәров вафат булғандан һуң Пирогов ордены менән наградланды. Бүләкләү тураһындағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.

Награда Республика йортонда ирекмәндең ҡатыны Любовь Әсфәндиәроваға тапшырылды.

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирекмәндәрҙең береһе Радик Әсфәндиәров, күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, 17 мартта коронавирус эҙемтәләренән вафат булды. Республика етәкселеге исеменән туғандарының һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашам, - тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин орденды тапшырғанда.

Радик Әсфәндиәров Шишмә районында «Башкирэнерго» йәмғиәтендә эшләгән, «Йәш гвардия» ағзаһы булған. Ауырыуҙарға күп тапҡыр аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар ташыған. Уның бәлиғ булмаған ике балаһы ҡалды.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter