Обычный вид

Яңылыҡтар

29.04.2021 13:18:00

Светлана Радионова: «Өфөхимпром» биләмәһе тәртипкә килтерелергә тейеш»

29 апрелдә Башҡортостанда эш сәфәрендә булған «Росприроднадзор»  етәксеһе Светлана Радионова «Өфөхимпром»  заводының элекке етештереү майҙансыҡтарын ҡараны. Завод биләмәһендәге тупраҡ, мәте диоксин, хлорбензол, хлорфенол, нефть продукттары, ауыр металдар һәм башҡа химик матдәләр менән бысранған. Утилләштерелмәгән диоксинлы ҡалдыҡты эзбиз шламы тәшкил итә. Бысратылған биләмәнең майҙаны – 142,9 гектар.

-Экологик зыян күҙгә күренеп тора. Бындай объекттар һаны артырға тейеш түгел. Был - ауыр мираҫ. Бысратылған ер тураһында беҙ бер нимә лә белмәйбеҙ. Республика власы менән һөйләшергә, зыянды картаға индерергә кәрәк. Бындай объекттар рекультивацияланырға тейеш, – тине “Росприроднадзор” етәксеһе журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, «Өфөхимпром»  майҙансығы төбәгебеҙ өсөн күптәнге ҡанһыраған яраны хәтерләтә.

-         Беҙ проблеманы хәл итеү өсөн федераль үҙәктән ярҙам һорайбыҙ. Күреүебеҙсә, «Росприроднадзор» етәксеһе мәсьәләнең күләмлелеген аңлай. Уны бергәләп хәл итәсәкбеҙ. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарынан һуң юл картаһын төҙөүгә тотонорға ниәтләйбеҙ. Ниндәй участкаларҙың зыян күргәнен, ҡайһыларын әлегә файҙаланып булыуын асыҡларбыҙ. Был эшкә бик күп аҡса кәрәк, төбәк уны үҙе генә күтәрә алмай. Федераль үҙәк биләмәне рекультивациялау өсөн етерлек аҡса бүлер, тип ышанабыҙ, – тине Премьер-министр.

Светлана Радионова билдәләүенсә, ведомствоның бурысы – хәлде объектив баһалап, уртаҡ ҡарарға килеү өсөн Рәсәй Хөкүмәтенә хәбәр итеү. Мәғлүм булыуынса, экологик зыян килгән объектта хәлде яйға һалыу буйынса эштең яҡынса хаҡы 25,4 миллиард һум тәшкил итә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter