Обычный вид

Яңылыҡтар

17.04.2021 17:46:00

Радий Хәбиров: «Башҡортостандың милли киң мәғлүмәт саралары үҫеше өсөн уникаль потенциал бар»

17 апрелдә  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районында үткән Милли киң матбуғат саралары форумында ҡатнашты. “Красноусол” шифаханаһы майҙансығы республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларынан килгән 250-нән ашыу баш мөхәррир, журналист, блогер һәм тармаҡ белгестәрен йыйҙы.  

Ултырышта киң матбуғат саралары эшмәкәрлегенә ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр һәм милли телдәрҙә сыҡҡан баҫмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында һөйләшеү булды.

Төбәк етәксеһе үҙ сығышында редакция коллективтарына Башҡортостан халыҡтары телдәрен, тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлауға индергән өлөштәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

– Һеҙ милли телдәрҙе һаҡлаусы һәм пропагандалаусы булып тораһығыҙ. Ә был ғилми категория ғына түгел, ә республикабыҙҙа йәшәгән милләттәрҙе берләштереү сараһы ла, – тине Радий Хәбиров. – Ил Президенты Владимир Путиндың яңыраҡ милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында әйткән һүҙҙәрен миҫал итеп килтерәм: “Ҙур, күп милләтле Рәсәй өсөн кешеләрҙең теләктәшлеге, Ватаныбыҙ яҙмышына ҡағылышлы булыу тойғоһо, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ хисе – дөйөм Рәсәй берҙәмлеге, граждандарҙың үҙаңы принципиаль, хәл иткес мәғәнәгә эйә”. Әле беҙ быға айырым иғтибар менән ҡарарға тейешбеҙ, сөнки ҡатмарлы донъяла йәшәйбеҙ. Минеңсә, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың дуҫлығы – республикабыҙҙың төп ҡиммәте.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөн республика халҡының 70 проценты мәғлүмәтте социаль селтәрҙәр аша ала, улар заман мәғлүмәт мөхитенең төп өлөшөнә әйләнде. Шуға ла киң матбуғат сараһын уңышлы үҫтереү өсөн интернет-майҙансыҡтарҙа, шул иҫәптән мессенджерҙар һәм социаль селтәрҙәрҙә булыу мөһим. Радий Фәрит улы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡҡа социаль селтәрҙәрҙә эшләгән редакция белгестәре өсөн уҡытыу ойоштороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Республика матбуғат баҫмаларының ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Башлығы 100 мең һумлыҡ 100 грант булдырырға тәҡдим итте. Был проекттың операторы булып Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы торасаҡ.

Тағы бер мөһим мәсьәлә – редакцияларҙы, айырыуса район баҫмаларын кадрҙар менән тәьмин итеү. Ул эш хаҡы проблемаһын хәл итеүгә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тармаҡта хеҙмәт хаҡы төбәктәге уртаса эш хаҡынан күпкә түбән.

Радий Хәбиров белдереүенсә, 2022 йылда эш хаҡы фондын финанслау өсөн өҫтәмә 74 миллион һум аҡса бүләсәк. Был тармаҡта эш хаҡын 25 процентҡа арттырыу мөмкинлеге бирәсәк.

Тағы бер яңылыҡ – киләһе йылда Матбуғат йортон капиталь ремонтлау өсөн проект әҙерләнәсәк.

– Был - беҙҙең журналистар өсөн изге урын. 1973 йылда уҡ төҙөлгән бинаның тышҡы йөҙө һәм техник хәле заман талаптарына яуап бирмәй. 2023 йылда уны капиталь ремонтларға тырышасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Сығышы һуңында Радий Хәбиров иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter