Обычный вид

Яңылыҡтар

20.04.2021 11:43:00

Башҡорт дәүләт университетының ғилми советы вуздарҙы берләштереү инициативаһын хупланы

20 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт университетының Ғилми советы ултырышында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе Өфө дәүләт авиация техник университеты менән ҡушылыу һөҙөмтәһендә БДУ эйә буласаҡ мөмкинлектәр һәм берләштерелгән вуздың “Өҫтөнлөк-2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһында ҡатнашыу перспективаһы тураһында һөйләне. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Ғилми совет ҙур яңы университет ойоштороуҙы күпселек тауыш менән хупланы.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был мәсьәлә буйынса ул Рәсәй Президенты Владимир Путин менән фекер алышҡан. Һорауҙы ентекле өйрәнеү һөҙөмтәһендә Президент тәҡдимде хуплаған.  

– Киләһе этапта беҙ федераль ярҙам күрһәтеләсәк ғилми-белем биреү үҙәктәре конкурсында ҡатнашырға ҡарар иттек. Был ауыр бурыс, ҡатмарлы эш булды. Һәм, ниһайәт, 3 декабрҙә етди, конкурентлы көрәштә беҙҙең донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге федераль статусҡа эйә булды. Был ҙур еңеү юғары мәктәптең стратегик үҫешен тәьмин итәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ “Өҫтөнлөк-2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһында ҡатнашыуҙың киләһе аҙымыбыҙ булырға тейешлеген аңланыҡ. Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы менән һөйләшеүҙәр үткәрҙек, мәсьәләне ентекле тикшерҙек һәм әле республикала үҙаллы эшләгән вуздарҙың береһенең дә программаға инеү мөмкинлеге юҡ тигән һығымтаға килдек. Университеттарҙы берләштереү берҙән-бер ҡарар була ала.

“Өҫтөнлөк-2030” программаһында берләштерелгән вуздың ҡатнашыу перспективаһына килгәндә, Радий Хәбиров, уға 100 университет инеүен, уларҙың һәр ҡайһыһы йыл һайын төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү проекттарына 100-әр миллион һумлыҡ грант аласағы тураһында һөйләне. Конкурс ғәмәлдәре һөҙөмтәһендә 40 юғары уҡыу йорто тикшеренеү, территориаль һәм тармаҡ лидерлығын үҫтереү өсөн бер миллиард һумға тиклем махсус грантҡа дәғүә итә ала.

– Берләшһәк, ошо 40 вуз иҫәбенә инеү өсөн ҙур мөмкинлек бар. Әлбиттә, беҙ бының өсөн ҙур тырышлыҡ һаласаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был процесҡа ҡушылабыҙ. Беҙҙә Рәсәйҙә юғары белем һәм фән структураһында һиҙелерлек мөһим элементҡа әүерелеү мөмкинлеге бар. Уҡыу йорттарын берләштермәһәк, беҙҙә ике уртаса вуз ҡаласаҡ. Тик әле өлгәшерлек бейеклеккә беҙ артабан үрләй алмаясаҡбыҙ. Шуны айырып әйтәм: барыһы ла Ғилми совет ҡарарына бәйле. Һәм һәр төрлө ҡарарығыҙҙы мин ихтирам менән ҡабул итәсәкмен. Бик яуаплы һәм аҡыллы итеп тауыш бирһәгеҙ ине.

Республика Башлығы билдәләүенсә, вуздарҙы берләштереү – ҡатмарлы процесс. Әммә Башҡортостан етәкселеге был ғәмәлдәрҙе еңел үткәреү сараһын күрәсәк.

– Беҙҙең төп бурыс – ике университеттағы профессорҙар һәм уҡытыусылар составына һаҡсыл мөнәсәбәт. Беҙ Диссертация советтарын да, филиалдарҙы ла һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ республика Хөкүмәтенең фәнде үҫтереүгә 75-әр миллион һумлыҡ дүрт грант булдырыуы тураһында хәбәр итте. Тағы ла бер мөһим ҡарар – берләштерелгән университетҡа Башҡортостан Фәндәр академияһы структураһына ингән Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫешен көйләү ғилми-тикшеренеү технологик институтын тапшырасаҡтар.

 – Заманса вуз-ара кампусына килгәндә, беҙ уны мотлаҡ төҙөйәсәкбеҙ, – тине республика Башлығы. – Төҙөлөштө Башҡорт дәүләт университеты һәм элекке Киров исемендәге завод майҙанындағы буласаҡ IQ-парк эргәһенән башлайбыҙ һәм Ағиҙелдең көньяҡ яры буйлап дауам итәбеҙ. Унда дөйөм ятаҡтар, уҡытыусылар һәм йәш ғалимдар өсөн йорттар, ғилми ядро урынлашасаҡ.

Тауыш биреү һөҙөмтәләрен иғлан иткәс, Башҡортостан Башлығы БДУ-ның Ғилми советы ағзаларына берләштерелгән ҙур университет ойоштороу башланғысына булышлыҡ иткән өсөн рәхмәт әйтте.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter