Обычный вид

Яңылыҡтар

20.04.2021 13:12:00

Республика кардиология үҙәге 40 йыллыҡ юбилейын билдәләй

20 апрелдә Өфөлә Башҡортостн Башлығы Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәге ойошторолоуҙың 40 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында  үткән тантанала төбәк етәксеһе үҙәк белгестәрен ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.

–       Һеҙгә фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, ҡотҡарылған ғүмерҙәр, меңәрләгән кешеләр ҡәҙимге тормош менән йәшәй һәм эшләй алғаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һөнәри оҫталығығыҙ, юғары фәнни кимәлдәге эшегеҙ өсөн рәхмәт, - тине Радий Хәбиров. -  Беҙ кардиология үҙәге менән ғорурланабыҙ, уның юғары интеллектуаль һәм дауалау ҡеүәтен баһалайбыҙ. Ул Рәсәй буйынса бишенсе урында тора. Был  -  бик лайыҡлы, юғары күрһәткес. Бер урында тапанмауығыҙ, йыл һайын яңы алымдарҙы үҙләштереүегеҙ өсөн рәхмәт.

Белешмә:

Республика кардиология үҙәге  – Башҡортостанда йөрәк-ҡан тамырҙары йүнәлеше буйынса махсуслашҡан, юғары технологиялы медицина ярҙам күрһәткән берҙән-бер учреждение.  Бында йыл һайын 13 меңдән ашыу кеше стационар дауаланыу ала, үҙәк белгестәре йылына  17 меңдән ашыу хирургия операциялары һәм тикшереүҙәр үткәрә.

2013 йылдан бында йөрәкте ортотопик трансплантациялау буйынса  операциялар  эшләнә, йыл һайын 15-ләгән яңы хирургия алымдары индерелә.

2020 йылда кардиоүҙәктә йөрәк ритмы боҙолоуға бәйле 1 400 операция, яһалма ҡан әйләнеше шарттарында  1 500-ҙән ашыу   операция,  2 434 коронар артериялар ангиопластикаһы,   1 000-дән ашыу  аортокоронар шунтлау, 6 000 самаһы  коронароангиография яһалған.

Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын төҙөү ҙә дауам итә.  Әле объекттың әҙерлек кимәле – 60 процент. Уға инженер селтәрҙәре үткәрелгән, биҙәү эштәре башланған. Яңы корпус 2022 йылда сафҡа индереләсәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter