Обычный вид

Яңылыҡтар

24.03.2021 16:29:00

Радий Хәбиров “Башлыҡ сәғәте” сиктәрендә Хәйбулла һәм Илеш райондары етәкселәре менән осрашты

24 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Хәйбулла һәм Илеш райондары етәкселәре менән осрашты.

Улар муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади хәле, биләмәләрҙе үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре, перспективалы инвестиция проекттары, инфраструктура һәм социаль объекттар төҙөү, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү пландары буйынса фекер алышты.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов муниципалитеттағы мәҙәниәт һәм мәғариф ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыу тураһында һөйләне.

– Мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын ремонтлауға урындағы ҡаҙнанан 50 миллион һумға яҡын аҡса бүлдек. Был беҙгә республика бюджетынан йүнәлтелгән аҡса менән бергә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итте, – тине Рөстәм Шәрипов. – Подольск ауылында, һеҙҙең күрһәтмәгеҙгә ярашлы, мәктәпкә капиталь ремонт яһаныҡ. Аҡъярҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөн тамамлайбыҙ. Башҡа социаль объекттар төҙөлөшөн федераль программаларға индереү йәһәтенән әүҙем эш алып барабыҙ. Хәйбулла районы өҫтәмә рәүештә автомобиль трассаларын төҙөкләндереү һәм ҡар таҙартыу өсөн юл техникаһы алды.

Радий Хәбиров Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа Хәйбулла районы буйынса “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһын берлектә финанслауға, атап әйткәндә, һыу менән тәьмин итеүгә, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары, район үҙәгендә 550 урынлыҡ полилингваль мәктәп һалыуға аҡса табырға ҡушты.

– Хәйбулла районында һыу тәьминәтенә бәйле мәсьәләне хәл итеү бик мөһим, – тине Радий Фәрит улы. – Халыҡ өсөн ул – тәү сираттағы проблема. Республика тейешле финанс ярҙамы күрһәтер. Проект та, экспертиза ла бар.

Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин төбәк етәксеһенә муниципалитетта “Демография”, “Экология”, “Мәҙәниәт” милли проекттарының нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында хәбәр итте. Былтыр Рсай ауылында яңы балалар баҡсаһы асылған, Андреевкала клуб һәм китапхана төҙөкләндерелгән, Үрге Йәркәйҙә таҙартыу ҡоролмалары сафҡа индерелгән. “Орленок” балалар лагерында төҙөлөш эштәре тамамланып килә. Районда агросәнәғәт комплексында инвестиция проекттары әүҙем тормошҡа ашырыла.

– “Урожай” тоҡомсолоҡ заводы етештереү күләмен арттыра, көн һайын 30 тоннаға тиклем һөт һата. Хужалыҡта яңы мегафермалар төҙөйҙәр. Былтыр ноябрҙә 400 баш малға иҫәпләнгән һыйыр аҙбары һәм һөт һауыу залы файҙаланыуға тапшырылды. Әле икенсе һыйыр аҙбары һалына, – тине Илдар Мостафин. – “Мир” хужалығында элеваторҙың орлоҡ киптереү комплексы эшләй башланы. Быйыл унда мал һимертеү майҙансыҡтары – фидлоттар төҙөлә. Әле 100-ҙән ашыу тоҡомло һыйыр һатып алынған.

Илдар Мостафин әйтеүенсә, биләмәләрҙе төҙөкләндереү йәһәтенән ауылдарҙа тротуарҙар тәртипкә килтерелә. Үрге Йәркәйҙә “Ҡояшлы” биҫтәһен комплекслы үҫтереү буйынса проект эше тамамланып килә. Планға ярашлы, өс йылда унда балалар художество мәктәбе, спорт комплексы, футбол майҙаны, велороллер трассаһы, прокат станцияһы төҙөләсәк.

– 2022 йылда биләмәләрҙе, шул иҫәптән Илеш районында ла, төҙөкләндереү эштәрен финанслауҙы мотлаҡ арттырырбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Әйткәндәй, һеҙҙең муниципалитетта урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы бик яҡшы тормошҡа ашырыла.

Осрашыуҙа шулай уҡ 2022 йылда Илеш районында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеүгә әҙерлек тикшерелде.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter