Обычный вид

Яңылыҡтар

23.03.2021 12:28:00

Рәсәй кластерҙары һәм технопарктары ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко менән осрашыу

23 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй кластерҙары һәм технопарктары ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәктә сәнәғәтте территориаль үҫтереү алымдарын ғәмәлгә индереү.

– Башҡортостан ҙур сәнәғәт ҡеүәтенә эйә, – тине Андрей Шпиленко. – Республика Хөкүмәте менән берлектә сәнәғәт кластерҙары, технопарктар һәм “Алға” махсус иҡтисади зонаһы юҫығында үҫеш инструменттарын булдырыу йәһәтенән юл картаһын төҙөнөк. Һәр пункт аныҡ билдәләнгән һәм төбәк иҡтисадына йәлеп ителгән инвестициялар күләме менән баһалана.

– 20 мартта беҙ Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән осрашҡайныҡ, – тине Радий Хәбиров. – Федераль кимәлдә иҡтисади проекттарыбыҙға ярҙам күрһәтелеүен тоябыҙ. Иң элек “Алға” махсус иҡтисади зонаһын артабан үҫтереү һәм киңәйтеү тураһында һүҙ бара. Шуға күрә беҙ Рәсәй кластерҙары һәм технопарктары ассоциацияһы менән хеҙмәттәшлек итеү яҡлыбыҙ.

Мәғлүм булыуынса, 2 мартта Өфөлә Андрей Шпиленко республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы коллегияһы ултырышында ҡатнашҡайны. Унда ул Башҡортостанда яңы төбәк-ара йыһаз кластеры ойоштороу башланғысын хуплап сыҡҡайны. Әле проектҡа Өфө, Бәләбәй, Салауат, Белорет, Магнитогорск һәм Зеленодольск предприятиелары ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter