Обычный вид

Яңылыҡтар

29.03.2021 14:04:00

Асҡын ауылында район хакимиәт башлығы Ришат Дихин менән хушлашыу үтте

Бөгөн, 29 мартта, Асҡын ауылында райондың хакимиәт башлығы Ришат Марат улы Дихин менән хушлашыу булды. Ул ауыр сирҙән һуң 27 мартта вафат булғайны. Муниципалитет башлығы менән хушлашыр өсөн уның туғандары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре килде.

Хушлашыу сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

– Бөгөн Асҡын районына бик ауыр йөрәк менән килдек. Иптәштәребеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуы бик ауыр. Ә уның кеүек йәп-йәштәр киткәндә күпкә ауырыраҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ришат Марат улы беҙҙең иптәш, район хакимиәте башлығы булды. Уға ни бары 33 кенә йәш ине – йәшәргә лә йәшәргә. Коронавирус – бик мәкерле сир. Бигерәк йәш кешене юғалттыҡ.

Радий Фәрит улы белдереүенсә. Ришат Марат улы был вазифала ике йыл эшләне. Асҡын районы хакимиәтенә башлыҡ эҙләгән саҡта уны Ағиҙел ҡалаһында эшләгән еренән күреп ҡалалар. Ул унда уҡ бик әүҙем, инициативалы, изге күңелле, деликат һәм ыңғай кеше була. Шуға күрә уға ышанып, районды тапшыралар.

– Әлбиттә, ике йыл эш – бик күп түгел. Уның районды үҫтереү буйынса пландары ҙур ине. Халҡын бик яратты. Минең күңелем Асҡын районы өсөн һәр саҡ тыныс булды, сөнки мин аңлай инем: бәлки, ҡайҙалыр тәжрибәһе етмәһә лә, уның белемдәре һәм хеҙмәт итергә теләге ҙур булды. Һәм муниципалитет башында – яҡшы кеше, ул кешеләрҙе йәберләмәй, киреһенсә, улар саҡ ҡына булһа ла яҡшыраҡ йәшәһен тип тырыша ине, – тине Радий Хәбиров. – Ришат Марат улының юлы бик ҡыҙыҡлы ине. Ул отличие менән ике юғары уҡыу йорто тамамланы. Асҡын районында ла отличник булырға тырышты. Идеялары бик күп ине. Уларҙың береһе – бында полилингваль гимназия төҙөү – беҙ уны, моғайын, уның хәтере итеп, төҙөп ҡуйырбыҙ.

Башҡортостан етәксеһе уның туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

– Ришат Марат улының ата-әсәһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Үҙ балаларыңды ерләү – иң ҙур фажиғә. Көстәр һәм сабырлыҡ һеҙгә. Ҡатыны һәм балаларының да ҡайғыһын уртаҡлашам. Беҙ һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, ярҙам итербеҙ. Тыныс йоҡла, Ришат Марат улы!

Белешмә: Ришат Дихин 1987 йылдың 27 июнендә Асҡын районының Урмияҙы ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында һөнәрен камиллаштырған.

Хеҙмәт юлын “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында “Сәләм” ижади берекмәһе хәбәрсеһе булып башлай. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе урынбаҫары, “Башҡортостан” гәзите мөхәррире урынбаҫары, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы, Мәғариф министрлығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы, Киров районының Торлаҡ хужалығы идаралығы юрисконсульты, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары – мәғариф бүлеге начальнигы булып эшләй. 2019 йылдың февраленән алып Асҡын районы хакимиәте башлығы.

Ришат Дихинды тыуған яғында, Асҡын районының Урмияҙы ауылында ерләнеләр.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter