Обычный вид

Яңылыҡтар

12.03.2021 18:52:00

Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин менән осрашыу

12 мартта  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БДУ ректоры Николай Морозкин менән осрашты. Улар Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеты нигеҙендә берҙәм университет асыу мәсьәләһе буйынса фекер алышты.

– Юғары белем биреүҙе үҫтереү стратегияһында билдәле үҙгәрештәр, тектоник күсеш бара тип әйтер инем, – тине төбәк етәксеһе. – 2019 йылда уҡ мин Рәсәй Президенты Владимир Путинға беҙҙә федераль университет ойоштороуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйнем. Ул идеяны хупланы. Яңы юғары уҡыу йорто үҙ күрһәткестәре буйынса “Өҫтөнлөк-2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһында ҡатнашыуға дәғүә итә аласаҡ. Әгәр был программаға инмәһәк, киләсәктә юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү һәм бюджет урындары йәһәтенән контроль һандарҙың ҡыҫҡарыуына юлығасаҡбыҙ. Йылдан-йыл түбән тәгәрәйәсәкбеҙ. Был беҙҙең өсөн ҡурҡыныс төш кеүек буласаҡ.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, әлеге башланғыс академик мөхиттә билдәле бер мәсьәләләр тыуҙырҙы. Улар юғары уҡыу йорттары етәкселегенең әүҙемлеге һөҙөмтәһендә хәл ителде. Төбәк Башлығы реформаларҙың тәүге этабын иң ҡатмарлыһы тип атаны һәм Николай Морозкинға башҡарылған эш өсөн рәхмәт әйтте.

БДУ ректоры республика етәксеһенә юғары уҡыу йортон үҫтереүгә иғтибар һәм ярҙам өсөн рәхмәт әйтте. Ул Радий Хәбировты БДУ-ның яңы дөйөм ятағын техник асыу сараһына саҡырҙы. Университет өсөн был – һуңғы 50 йылда төҙөлгән ошондай тәүге объект.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter