Обычный вид

Яңылыҡтар

13.03.2021 13:08:00

Күмертау ҡалаһына эш сәфәре

13 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Күмертау ҡалаһында булды. Төбәк етәксеһе ҡалала эшләп килгән сәнәғәт предприятиелары менән танышты.

***

Радий Хәбиров «МПП-Күмертау» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Унда BUDI BASA брендлы йомшаҡ уйынсыҡтарға төрлө кейем комплекттары, аксессуарҙар етештерелә.

2019 йылда «МПП-Күмертау» йәмғиәте "Күмертау" социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең резиденты булған. Былтыр предприятие 513,5 квадрат метр майҙанда производство йәйелдереү өсөн бина алған. Унда капиталь ремонт үткәргәндәр, кәрәкле тегеү ҡоролмалары һатып алынған. Пандемия ваҡытында барлығы 40 яңы эш урыны барлыҡҡа килһә, әле штатты икеләтә арттырыу ҡарала.

Республиканың еңел сәнәғәтенә дәүләт ярҙамы программаһына ярашлы, «МПП-Күмертау» йәмғиәте тегеү ҡоролмалары һатып алыу өсөн субсидия бүленгән.

-       Иҫ киткес: Мәскәүҙәге "Шереметьево" аэропортының бизнес-залдарында осратырға мөмкин булған иң популяр брендлы йомшаҡ уйынсыҡтар беҙҙә, Күмертауҙа, сығарыла, - тине республика Башлығы. - Күренеп тора, предприятие артабан да үҫешергә әҙер.

***

“Күмертау” социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең тағы бер резиденты - "Баш-Деним" предприятиеһы.

Ойошма балалар һәм үҫмерҙәр өсөн LIGAS бренды аҫтында джинсы әйберҙәр, шулай уҡ төрлө махсус кейемдәр тегә. Коронавирус пандемияһы осоронда йәмғиәтте битлектәр, бер тапҡыр ҡулланыла торған һаҡланыу костюмдары менән тәьмин иткән. Компания 18 йылға яҡын Краснодарҙа эшләгән, 2019 йылда "Күмертау" социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә үҙ резидентын булдырған. Былтыр ошо ҡалала ҡуртымға бина алып, унда теген цехы асҡандар. "Инвестиция сәғәте"ндә проект уңышлы яҡланып, дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкәндәр. Эштең дөйөм хаҡы - 30 миллион һум, ул ике йылда тормошҡа ашырыласаҡ, яңы 30 хеҙмәт урыны булдырыу ҡаралған.

"Баш-Деним" продукцияларын Rich Family федераль селтәре гипермаркеттарында, Wildberries интернет-магазинында һатып алырға мөмкин. Киләсәктә балалар һәм үҫмерҙәр кейемдәрен йылына 60 мең тегеү планлаштырыла.

- Мин һәр саҡ республикабыҙҙа джинсы кейемдәр тегелеүен теләй инем. Һәм бына ошо хыял да тормошҡа аша, - тине Радий Хәбиров. - Бының өсөн икенсе төбәктәрҙән перспективалы егеттәрҙе ҡайтарҙыҡ. Еңел сәнәғәтте үҫтереү буйынса республика программаһына ярашлы, уларға бар яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ.

***

Радий Хәбиров “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусын алған "Балыҡ питомнигы" йәмғиәтендә лә булды.

Предприятие директоры урынбаҫары Рөстәм Вәлиев белдереүенсә, улар бағыр балығын үрсетеү менән шөғөлләнә. Былтырҙан алып дөйөм күләме 6,7 миллион һум тәшкил иткән инвестпроекты тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәләр. Уға ярашлы, яңы 12 эш урыны булдырылған, продукция етештереү артҡан.

2021 йылда өс тонна ыуылдырыҡ, ҡайнар һәм һалҡын технология буйынса ыҫланған ете мең, еңелсә тоҙланған өс тонна бағыр етештереү, шулай уҡ тере һәм туңдырылған 124 тонна балыҡ һатыу планлаштырыла.

***

Эш сәфәре аҙағында Радий Хәбиров урындағы йүнселдәрҙең эштәре менән танышты.

Шәхси эшҡыуар Рөстәм Абдрахманов 2017 йылдан гитара яһау менән шөғөлләнә. Уның ассортиментында был музыка ҡоралының ете төрө, шул иҫәптән Jumbo, дредноут, фолк һәм башҡалар бар. Айына 150 гитара сығарыла, ә һораусылар артҡандан-арта. Эшҡыуарҙың был кәсебен киңәйтеү мөмкинлектәре әлегә юҡ, бының өсөн эш урындарын арттырыу, өҫтәмә ҡорамалдар һатып алыу талап ителә.

Республика Башлығы Рөстәм Абдрахмановты "Инвестиция сәғәт"енә саҡырҙы, унда гитара эшләү оҫтаһының проблемалары ҡараласаҡ.

- Предприятиеғыҙ бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, үҫеш мөмкинлектәрегеҙ аныҡ һәм ҙур. Һеҙгә кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Радий Фәрит улы.

Ҡалаға сәфәре аҙағында төбәк Башлығы башҡорт тирмәләре эшләгән Азамат Юлдыбаев менән осрашты. Алты кешенән торған предприятие тиҙ арала үҫешә. Эшҡыуарға Күмертау ҡалаһы хакимиәтенән дә субсидия ярҙамы күрһәтелгән. Йүнсел диаметры дүрт - ун метрлыҡ йәйге һәм ҡышҡы тирмәләр эшләй. Һорағандарға үҙе алып бара, ҡороп бирә. Тирмәне ҡуртымға ла алырға мөмкин.

Азамат Юлдыбаев республикала "Йыл эшҡыуары-2018" тип танылған һәм "Бизнес-Уңыш-2018" милли премияһы финалисы булған.

 

 

 

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter