Обычный вид

Яңылыҡтар

10.02.2021 16:02:00

Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашыу

10 февралдә Мәскәүҙә Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты. Һөйләшеүҙә Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек барышы ла тикшерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда был байрамды билдәләү тураһындағы бойороҡҡа ил Президенты Владимир Путин үҙе ҡул ҡуйҙы. Ҙур юбилейға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты рәйесе итеп Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Алексей Оверчук тәғәйенләнде. Әлеге ваҡытта ойоштороу комитетының ағзалары формалашып бөтөп бара, төп байрам саралары планы әҙерләнә.

– 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү – беҙҙең өсөн иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығына ойоштороу комитеты булдырыу һәм саралар планын төҙөүгә әүҙем ҡушылыуы өсөн рәхмәт.

Башҡортостан Башлығы был планға мәҙәниәт өсөн мөһим объекттар төҙөү һәм төҙөкләндереүҙе индереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Улар араһында – Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры менән Рус драма театрын реконструкциялау, Өфө дәүләт циркын реставрациялау, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың яңы бинаһын төҙөү, шулай уҡ Өфө-2 ҡаласығы археология һәйкәле биләмәһендә археологик материалдар өсөн махсуслаштырылған һаҡлау урыны төҙөү.

Ольга Любимова был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың мөһимлеген билдәләне, уларҙы финанслау мөмкинлеге йә «Мәҙәниәт» милли проекты, йә Федераль адреслы инвестиция программаһы аша ҡараласаҡ, тине.

Шулай уҡ осрашыу барышында Радий Хәбиров 2021 йылдың йәйендә Өфөлә үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышы тураһында һөйләне. Унда, әгәр санитар-эпидемиологик хәл ҡушһа, 80 илдән делегациялар киләсәк. Шулай уҡ төбәк етәксеһе министрҙы «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексын асыу тантанаһына килергә саҡырҙы. Унда мәмерйәлә төшөрөлгән һүрәттәрҙең күсермәһенән торған ҙур экспозиция тәҡдим ителәсәк.

Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан «Мәҙәниәт» милли проекты сараларын уңышлы тормошҡа ашыра.

– Беҙҙең республика – күп милләтле, уның мәҙәни йолалары бик бай. Халыҡтың 40 проценты ауылда йәшәй. Ниндәй генә ауылға килмә, мәҙәниәт йорто бар, унда өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә йыйыла. Һәм был объекттарҙы яңыртыу - күп сығым талап иткән эш, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ ошо йүнәлешкә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Һәм милли проект нигеҙендә күп нәмә эшләп булғанға ҡыуанабыҙ.

Ольга Любимова республика етәксеһенә мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә иғтибары өсөн рәхмәт әйтте һәм эш сәфәре менән Башҡортостанға килеп, уның мәҙәни тормошо үҙенсәлектәре менән танышырға һүҙ бирҙе.

– Беҙ мотлаҡ рәүештә артабан да Башҡортостан биләмәһендә мәҙәни проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәкбеҙ. Шулай уҡ «Мәҙәниәт» милли проекты саралары ла тормошҡа ашырыласаҡ, – тине Ольга Любимова.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter