Обычный вид

Яңылыҡтар

09.02.2021 12:55:00

“КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин менән осрашыу

9 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин менән осрашты.

Яҡтар автомобиль концернының Нефтекамала һәм Туймазыла урындашҡан бүлендек предприятиеларын үҫтереү, сығарылған продукция күләмен һәм ассортиментын арттырыу, инвестиция проекттарын, шул иҫәптән үҙбушатҡыстар, троллейбустар, тағылма техника етештереү проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышты. Осрашыуҙа шулай уҡ “НефАЗ” йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Курганов һәм Туймазы автобетон ташығыстар заводының генераль директоры Сергей Кленько ҡатнашты. 

– Республикабыҙ өсөн “КамАЗ” – күптәнге стратегик партнер. Башҡортостанда автоконцернға ингән предприятие эшләй. Нефтекамалағы һәм Туймазылағы заводтар – беҙҙең машина эшләү тармағы флагмандары. Коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, 2020 йылды улар яҡшы һөҙөмтә менән тамамланы, – Радий Хәбиров. – Артабанғы үҫеш өсөн киләсәккә бурыстарҙы тикшерергә кәрәк. Республика производстволарға тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер.

“КамАЗ” йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин әйтеүенсә, республика заводтарының инвестиция программаһына техника күләмен арттырыу һәм уның ассортиментын киңәйтеү мөмкинлеген биргән перспективалы проекттар инә.

-       Башҡортостан предприятиелары концерн структураһында мөһим урын биләй, - тине ул. - Берлектәге ҡарарҙарыбыҙ һәм производстволарҙың үҫешенә булышлыҡ итеү был заводтарҙы үҙҙәренең тармағында алдынғылар сафына сығарыу мөмкинлеген бирәсәк. Тәҡдим ителгән инвестиция проекттарының маҡсаты – сифат стандарттары үтәлгән һәм конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булған техника сығарылған заманса комплекстар ойоштороу.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter