Обычный вид

Яңылыҡтар

01.02.2021 16:10:00

«Төҙөлөш сәғәте»ндә Октябрьский ҡалаһындағы проблемалы объекттарға бәйле һорауҙар ҡаралды

1 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” форматында онлайн-кәңәшмә үткәрҙе, унда Октябрьский ҡалаһындағы проблемалы объекттарҙы һәм алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеүгә бәйле һорауҙар ҡаралды.

                                      ***

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Октябрьский ҡалаһындағы “Яҙ” торлаҡ комплексындағы ике йортто төҙөп бөтөү мәсьәләһен тикшерҙе. Белеүебеҙсә, төбәк Башлығы әлеге төҙөлөш майҙансығын быйыл Октябрьскийға эш сәфәре барышында барып ҡарағайны.

“СУ-4” йәмғиәте вәкиле Руслан Фәттәхов әйтеүенсә, объекттарҙа төҙөлөштө тамамлау өсөн 40 миллион һум банк кредиты бүленгән. Ошо сумманың 15 миллионы 18-се һанлы йорт төҙөлөшөнә йүнәлтелгән, уны быйыл май айында тапшырырға уйлайҙар. Ҡалған 25 миллион һум 19-сы йорт төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнгән, был объектты август аҙағында сафҡа индереү күҙаллана.  

– Йорттарҙы ваҡытында тапшырыу өсөн төҙөлөштө даими контролдә тоторға кәрәк, - тине Радий Хәбиров һәм әлеге объекттарҙағы эш барышы тураһындағы мәғлүмәтте аҙна һайын “Төҙөлөш сәғәте” барышында еткереп торорға күрһәтмә бирҙе.

Тағы ла бер проблемалы объект – “Спартак” торлаҡ комплексы Октябрьский ҡалаһының 38-се биҫиәһендә урынлашҡан. БР Торлаҡ төҙөлөшө фондының генераль директоры Рәмил Шиһапов объекттың икенсе сираты – 80 фатирҙан торған секция 2021 йылдың 1 апреленә төҙөп бөтөләсәге хаҡында әйтте.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Мусабиров торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә тотош илдә тамыр йәйгән “ҡулланыусылар экстремизмы” тип аталған проблема хаҡында бәйән итте. Күп кенә юридик компаниялар торлаҡ милекселәренә тапшырылған йорттарҙағы төҙөлөш етешһеҙлектәрен бөтөрөү буйынса судҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Был осраҡта юристар билдәләгән сумма эштәрҙең ысынбарлыҡтағы хаҡынан күпкә ҙурыраҡ булып сыға. Был намыҫлы төҙөлөш ойошмаларының иҡтисади хәленә насар йоғонто яһай.

Ошоға ҡағылышлы республика парламенты депутаттары Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡарамағына өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыуға ҡағылышлы 214-се Федераль законға төҙәтмәләр индереү тәҡдиме менән сыҡты. Башҡортостан Башлығы республика парламентарийҙарының башланғысын хупланы һәм был мәсьәләне хоҡуҡ һаҡлау, контроль һәм тикшереү органдары вәкилдәре ҡатнашлығында төбәктә именлекте тәьмин итеү буйынса даими эшмәкәрлек иткән координация советының ултырышына сығарырға тәҡдим итте.

– Мин был хаҡта быға тиклем дә ишеткәнем бар. Әлеге проблеманы башҡа төбәктәр ҙә күтәрә. Әйҙәгеҙ, мәсьәләне тикшереп, төҙөүселәр өсөн дә, фатир милекселәре өсөн дә ҡулай ҡарар ҡабул итеү вариантын ҡарайыҡ, - тине Радий Хәбиров.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter