Обычный вид

Яңылыҡтар

15.01.2021 13:41:00

Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре

15 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһында булды. Төбәк етәксеһе торлаҡ һәм инфраструктура объекттары төҙөлөшө менән танышты, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын һәм сәнәғәт предприятиеларын ҡарап сыҡты.

                                           ***

Республика Башлығы ҡаланың көнсығышында урынлашҡан шәхси торлаҡ йорттар биҫтәһендә булды. 2013 йылда бында халыҡтың льготалы категорияларына, шул иҫәптән ишле һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 143 ер участкаһы бүленгән. Уларҙың күпселегендә йорт һалғандар. Бөтә инженер коммуникацияларҙы республика һәм урындағы ҡаҙна иҫәбенә үткәргәндәр.

Биҫтә халҡы төбәк етәксеһенә юл һалыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Был маҡсатҡа 100 миллион һум самаһы аҡса кәрәк. Радий Хәбиров юлға ҡырсын түшәргә, ә капиталь төҙөлөш мәсьәләһен территориаль заказ нигеҙендә башҡарырға ҡушты.

Урындағы халыҡты шулай уҡ “Яҙ” (“Йыл миҙгелдәре”) торлаҡ комплексындағы 18-се һәм 19-сы йорттар төҙөлөшөн аҙағына еткереү проблемаһы борсой. Өлөшсөләр фатирҙарын 2017 йылда уҡ алырға тейеш булған. Әммә төҙөүсе үҙ йөкләмәләрен үтәмәгән. Эште 4-се төҙөлөш идаралығы үҙ иңенә алған.

Былтыр мартта Октябрьскийға сәфәре барышында Радий Хәбиров өлөшсөләр менән осрашты һәм аралашыу һөҙөмтәһе буйынса проблемалы йортто төҙөп бөтөү тураһында кәңәшмә үткәргәйне.

Әммә объекттарҙың милексеһе булған тәүге төҙөүсенең бурысы булғанға күрә, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең республика идаралығы “Яҙ” торлаҡ комплексындағы күсемһеҙ милекте теркәү ғәмәлдәрен тыйҙы. Объекттарҙың әҙерлек кимәле юғары булһа ла 4-се төҙөлөш идаралығы төҙөлөш-монтаж эшен туҡтатып торҙо.

Радий Хәбиров хәлдең айышына төшөнөргә һәм мәсьәләне хәл итеү юлдарын 18 ғинуарҙа Ҡала төҙөлөшө советы ултырышында тикшерергә ҡушты.

                                             ***

Эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Октябрьский ҡан тамырҙары үҙәгендә булды. Бында киҫкен коронар синдромлы ауырыуҙарға ярҙам күрһәтәләр. Үҙәк Октябрьскийҙан тыш, Туймазы, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Шаран, Баҡалы райондары халҡын хеҙмәтләндерә.

Ҡан тамырҙары үҙәге былтыр декабрҙә эшләй башлаған. Ошо ваҡыт эсендә табиптар 53 пациенттың ғүмерен ҡотҡарып ҡалған.

Радий Хәбиров учреждениеның эшмәкәрлеге менән танышты, бүлмәләрҙе, ҡорамалдарҙы ҡарап сыҡты, башҡарылған эшкә юғары баһа бирҙе.

                                                       ***

Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2018 йылдың көҙөндә төҙөлә башлаған Боҙ һарайында булды. Ошо ваҡыт эсендә “Башнефть” йәмғиәте маҡсатлы социаль программалар фонды аша төҙөлөшкә 213,5 миллион һум аҡса бүлгән.

Боҙ һарайы 800 урынға иҫәпләнгән. Бында ҡала халҡы хоккей, фигуралы шыуыу менән шөғөлләнәсәк, конькиҙа йөрөйәсәк, шулай уҡ төрлө кимәлдәге ярыштар ҙа уҙғарыласаҡ.

Комплекс биләмәһендә ҡаҙанлыҡ, ярҙамсы станция, һыуытҡыс ҡулайламалар барлыҡҡа киләсәк. Төҙөүселәр ер эштәрен башҡарған, тышҡы инженерлыҡ, канализация селтәрҙәрен үткәргән, нигеҙ һалған, тимер-бетон колонналар, металл фермалар ҡорған.

– 2022 йылда беҙ төҙөлөштө тамамлап, Боҙ һарайын асырбыҙ. Ул ҡалаға бик шәп бүләк буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Бер үк ваҡытта тирә-яҡтағы биләмә лә төҙөкләндерелә. Спорт комплексының икенсе сираты бассейн төҙөлөшөн үҙ эсенә ала.

                                                   ***

1-се ҡала дауаханаһында Радий Хәбиров 1-се хирургия корпусына яһалған реконструкцияға баһа бирҙе. Яңыртылған корпуста, хирургия бүлегенән тыш, эндоскопия, ультратауыш һәм функциональ диагностика бүлектәре урынлашҡан, улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Был эшкә 45 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән.  

                                                     ***

Октябрьскийҙағы “Росток” балалар шифаханаһы – 1963 йылда асылған кардиоревматология шифаханаһының хоҡуҡи вариҫы. Бында тоҙ шахтаһы, дауалау-физкультура комплексы, ингаляция бүлмәһе, спа-капсула бар. 2019 йылда шифаханала – 1110, ә 2020 йылда ни бары 165 бала һаулығын нығытҡан. 10 апрелдән ул эшен туҡтатҡан. Радий Хәбиров “Мәғариф сәғәте” кәңәшмәләренең береһендә шифахананы үҫтереү мөмкинлеген тикшерергә тәҡдим итте.

                                                       ***

Артабан республика Башлығы Октябрьский фарфор изделиелар заводы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Башҡорт фарфоры” предприятиеһында булды. 118 кешелек коллектив кафе, отель, ресторандар өсөн 300 төрҙән ашыу һауыт-һаба етештерә. Юғары сифатлы сеймал һәм сит ил ҡорамалдары социаль учреждениелар өсөн хәүефһеҙ продукция, сувенирҙар, вазалар, бәләкәй скульптуралар сығарыу мөмкинлеген бирә.

“Башҡорт фарфоры” предприятиеһы йыл һайын төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары”, “Рәсәйҙең 100 тауары” конкурстары лауреаты.

– Республикабыҙҙың иң боронғо предприятиеларының береһе байтаҡ ауырлыҡтар кисерҙе. Әле бында һөҙөмтәле идарасылар командаһы тупланды. Беҙ заводтың тотороҡло эшенә булышлыҡ итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter