Обычный вид

Яңылыҡтар

24.12.2020 13:40:00

Радий Хәбиров табиптарҙы бүләкләне

24 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнгәндәр араһында табиптар, шәфҡәт туташтары, шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы көрәштә әүҙем ҡатнашҡан Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенттары бар. Йәмғеһе 37 кеше орден, миҙал, маҡтаулы исем, рәхмәт хаттары алды.

 

Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика халҡы табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына тәүәккәллек һәм ауырлыҡтарға бирешмәгән өсөн ҙур рәхмәт белдерә. Бөтә донъяны яулап алған пандемия табип һөнәренең әһәмиәте, уларҙың юғары миссияһы хаҡында беҙгә тағы ла бер тапҡыр иҫкәртте. “Республикала коронавирус барлыҡҡа килгәндең тәүге көндәренән үк стационарҙағы, дауаханалағы, поликлиникаларҙағы ашығыс ярҙам бригадалары, табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм кесе медицина персоналы әүҙем эшкә тотондо. Ошо ябай булмаған шарттар беҙҙе күп нимәгә өйрәтте. Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы һынауҙарға ҡаршы тороп ҡына ҡалманы, ҡеүәтен арттарҙы, һөҙөмтәлерәккә әүерелде. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә беҙ Зубов ауылында һәм Стәрлетамаҡта ковид госпиталдәре төҙөнөк. Әле ошо уйланылған, уңышлы проектты башҡа төбәктәр ҙә үҙләштерә”, – тине республика етәксеһе.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter