Обычный вид

Яңылыҡтар

24.12.2020 14:24:00

Башҡортостан дауаханаларына яңы автомобилдәр һәм күсмә поликлиника тапшырылды

24 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы медицина учреждениелары етәкселәренә 13 “Лада” еңел  автомобиле һәм “КамАЗ” машинаһы нигеҙендә эшләнгән күсмә поликлиника асҡыстарын тапшырҙы.

– Яңы йыл алдынан бүләк биреү – күркәм йола. Беҙ һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник базаһын нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Ә медицина хеҙмәткәрҙәре менән һәр осрашыуҙы мин уларға рәхмәт әйтеү өсөн дә файҙаланам. Был иҫ киткес ҡатмарлы 2020 йылда ҡаһарманлыҡ, хеҙмәти батырлыҡ күрһәткәнегеҙ һәм ошо йылды бергәләп үтеп сыҡҡаныбыҙ өсөн республика халҡы исеменән ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров тантана барышында.

Барлыҡ автомобилдәр республика ҡаҙнаһы иҫәбенә һатып алынған. 11 “Лада Ларгус” баш ҡаланың балалар поликлиникаларын һәм дауаханаларын, Республика СПИД-ҡа һәм инфекциялы сирҙәргә ҡаршы көрәш үҙәген, Октябрьскийҙағы, Нефтекамалағы медицина учреждениеларын хеҙмәтләндерәсәк. Улар ярҙамында табиптар ваҡытында беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтергә, биоматериалдарҙы лабораторияларға алып барырға өлгөрәсәк.

“Лада Веста” базаһындағы ике машина иһә паллиатив медицина ярҙамының патронаж бригадалары өсөн тәғәйенләнгән. Улар Республика балалар клиник дауаханаһына һәм Стәрлетамаҡтағы 2-се дауаханаға йүнәләсәк.

“КамАЗ” базаһындағы күсмә поликлиника Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына беркетеләсәк.

Уникаль мобиль медицина комплексы үҙ эсенә УЗИ ҡоролмаһы булған гинекология, офтальмология, оториноларингология, стоматология кабинеттарын ала, улар заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Комплекста лаборатор диагностика яһап та була.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, комплекс алыҫ район-ауылдарға ла барасаҡ, халыҡты хеҙмәтләндерәсәк.

– Бындай мобиль комплексты тәүгә күрәм, бик шәп. Күренеүенсә, барыһы ла еренә еткереп эшләнгән. Һәр ауылда поликлиника төҙөп булмай, бәғзеләрендә ФАП та юҡ. Шуға ла был комплекс - яҡшы ҡарар. Иң мөһиме - ”тәгәрмәсле” поликлиника даими юлда булһын, эшләһен. Яңы йылдан һуң иң тәжрибәле табиптарҙан торған мобиль бригада республика райондарына сығасаҡ, – тине Радий Хәбиров. 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter