Обычный вид

Яңылыҡтар

14.12.2020 14:02:00

Аҡмулла исемендәге стипендияны тәүге тапҡыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы

14 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт педагогия университетында булды һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ булған юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттарын ҡотланы. Тантаналы сара алдынан төбәк етәксеһе Башҡорт дәүләт педагогия университетының уҡыу корпусы алдында урынлашҡан башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе һәйкәленә сәскәләр һалды.

                                   * * *

 Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов Радий Хәбировҡа республикала Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөн Башҡорт теле көнө тип иғлан иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

 - Башҡорт теле көнөн байрам итеү тураһында ҡарар ҡабул иткәндә беҙ 14 декабрҙе бушҡа ғына һайланманыҡ. Тап ошо көндә мәғариф һәм милли әҙәбиәт үҫешенә ҙур өлөш индергән шағир тыуған. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереү өлкәһендә тырышлыҡ һалған йәш таланттарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Педагогия университетының йылдам үҫешен күрәбеҙ, юғары уҡыу йортона артабан да булышлыҡ итәсәкбеҙ. Уҡытыу комплексы янындағы биләмә лә үҙгәрә. Киләһе йылда Өфөлә яңыртылған Совет майҙанын асырбыҙ, унда тағы бер күренекле яҡташыбыҙ - Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуябыҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter