Обычный вид

Яңылыҡтар

19.11.2020 20:30:00

Радий Хәбиров юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәнерәктәр, шулай уҡ хроник ауырыуҙары булғандар өсөн әлегә тиклем ғәмәлгә индерелгән мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе 10 ноябрҙән 23 ноябргә һәм 24 ноябрҙән 30 ноябргә тиклем билдәләнә. Был ауырыу тураһындағы белешмә-ҡағыҙҙарҙы иҫәпләү өсөн формаль сара. Граждандар өсөн ҡурсаланыу тәртибе үҙгәрмәй.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы бушлай туҡланыуға хоҡуғы булған уҡыусыларға аҙыҡ-түлек йыйылмаһын таратыуҙы ойошторасаҡ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter