Обычный вид

Яңылыҡтар

02.11.2020 12:01:00

“Газпром” Башҡортостанда газ үткәреү өсөн 13,5 млрд һум инвестиция бүлә

Башҡортостан менән “Газпром” 2021 - 2025 йылдарға төбәкте газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреү буйынса үҫеш программаһына ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән газ компанияһы идаралығы рәйесе Алексей Миллерҙың имзалары менән нығытылды.

Уға ярашлы 975 километр ауыл-ара һәм 997,8 километр ауыл эсе газ үткәргестәре төҙөләсәк, 12 газ таратыу станцияһы яңыртыла һәм реконструкциялана. 172 ауылға газ киләсәк, был 26 мең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ үткәреү мөмкинлеген бирә.

Ошо маҡсаттарға “Газпром” тарафынан ҡаралған инвестициялар күләме 13,5 миллиард һум тәшкил итә. Был уҙған биш йыл менән сағыштырғанда 5,9 тапҡырға күберәк. Яңы биш йыллыҡ программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Газпром” техник яҡтан мөмкинлек булған урындарҙа Башҡортостанға газ үткәреп бөтәсәк. 

– Газ үткәреү темаһы беҙҙең өсөн бик мөһим. Мин бөтә республика буйлап йөрөп сыҡтым, йөҙәрләгән ауыл кешеләре менән осраштым. Бөтә ерҙә лә кешеләр йорттарына газ килгәнен көтә. Шуға ла был программа Башҡортостанда зәңгәр яғыулыҡ үткәреү кимәлен күтәреү өсөн сираттағы ынтылыш, – тине Радий Хәбиров. – Республикала “Газпром”дың 19 предприятиеһы бар. Уларҙың бөтәһе лә яҡшы эшләй. Беҙҙең уртаҡ инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән пландарыбыҙ ҙур.

– Башҡортостанда газ үтеү кимәле илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда юғарыраҡ һәм 92,9 процент тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта был күрһәткес ҡалаларҙа - 100, ауылдарҙа 85 процент. Был - Рәсәйҙәге иң юғары күрһәткес, – тине Алексей Миллер. – Быйыл беҙ республикаға газ үткәреү өсөн 600 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтәбеҙ. Был - һуңғы биш йыл эсендә иң ҙур финанслау кимәле. Шулай уҡ төбәктә “Газпром – балаларға” проектын тормошҡа ашырыуҙы ла дауам итәбеҙ. Яҡын йылдарҙа Өфөлә яңы бассейны, боҙ майҙансығы һәм универсаль залы булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы барлыҡҡа киләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың ноябренән республикала йорттарҙы газ селтәренә тоташтырыу буйынса махсус ташламалы программа тормошҡа ашырыла. Был маҡсатта 100 мең һумлыҡ сертификатты Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр һәм инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары ала. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр ҙә 100 мең һумлыҡ сертификатҡа хоҡуҡлы. Ошо уҡ категория ҡараған, әммә аҙ тәьмин ителгәндәр исемлегенә инмәгән кешеләр иһә 60 мең һумлыҡ сертификатҡа дәғүә итә. Сертифакатты газ үткәргесте йорттағы ҡорамалға тоташтырған ойошма менән иҫәпләшеү өсөн файҙаланырға була. Ошо программа буйынса бөгөнгә 2,5 мең ғаиләгә сертификат тапшырылды, меңдән ашыу йортҡа газ инде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter