Обычный вид

Яңылыҡтар

15.10.2020 12:55:00

Өфөлә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановты иҫкә алдылар

15 октябрҙә Өфөнөң Мосолмандар зыяратында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановҡа бюст асыу тантанаһы булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

–Башҡортостан һәм Рәсәйҙең ысын патриоты Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов менән хушлашыуыбыҙға йыл ярым ваҡыт үтеп тә киткән. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр, ул бөтә ғүмерен Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә бағышланы, һуңғы йылдарында Хөкүмәттә эшләне, – тине Радий Хәбиров. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәкерле сир уны беҙҙең аранан тартып алды. Миңә, етәксе булараҡ та, кеше булараҡ та был бик ҙур юғалтыу булды. Яныбыҙҙа уның кеүек көслө һәм ышаныслы кеше бар саҡта күп мәсьәләләр һөҙөмтәлерәк хәл ителә ине. Был бөтәбеҙ өсөн дә әйтеп бөткөһөҙ ҙур юғалтыу. Һәйкәл асыу – уның тырыш хеҙмәтенә, тормош юлына хөрмәт һәм дан билдәһе, уның туғандарына һәм яҡындарына ихтирам күрһәтеү. Артур Фәрүәз улы тураһындағы хәтер мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә.

Тантанала Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы федераль округы командующийы, генераль-полковник Александр Порядин да ҡатнашты.

- Артур Фәрүәз улы милли гвардия ғәскәрҙәре етәкселәре араһында иң абруйлы кешеләрҙең береһе ине. Беҙ уның менән бергә Волга буйы федераль округы сиктәрендә яңы структура булдырҙыҡ, – тине Александр Порядин. – Ул полиция структураһында ғына түгел, ә хәрби подразделениелар һәм махсус тәғәйенләнештәге көстәр араһында ла ҙур абруй яуланы. Уның ҡаҙаныштары бик ҙур, мин бөтә коллектив исеменән уның алдында баш эйәм. Артур Фәрүәз улы, беҙ һине мәңге хәтерләйәсәкбеҙ.

Артур Әхмәтхановтың ҡатыны Фидәлиә Фәнил ҡыҙы иренең хәтерен мәңгеләштергән өсөн рәхмәт әйтте.

Тантана бер минутҡа тын ҡалыу һәм һәйкәлгә сәскәләр һалыу менән тамамланды.

 

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter