Обычный вид

Яңылыҡтар

09.10.2020 11:57:00

Владимир Якушев һәм Радий Хәбиров Ишембайҙа реконструкциянан һуң Ленин исемендәге үҙәк майҙанды асыуҙа ҡатнашты.

9 октябрҙә Ишембайҙа Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров реконструкциянан һуң Ленин исемендәге үҙәк майҙанды асыуҙа ҡатнашты. Был проект Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡайны.

Әле Ишембайҙа амфитеатры, күргәҙмә павильоны булған күп йүнәлешле йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килгән. Ҡала символы – “Әбей-вышка” балалар майҙансығының төп элементына әүерелгән. Төҙөкләндереү әле лә дауам итә, сквер яңыртыла, эргәләге объекттар, биләмәләр төҙөкләндерелә. Эштең дөйөм хаҡы – 144 миллион һум, шуның 85 миллион һумы – конкурста еңеп алған федераль грант аҡсаһы. Тағы ла 40 миллион һум милли проект нигеҙендә йәлеп ителгән.

– Бөгөн беҙ федераль аҡсаның, төбәк һәм муниципаль бюджеттар аҡсаһының һөҙөмтәһен күрәбеҙ. Иң мөһиме – ҡала халҡы үҙ башланғысы менән яҡшы эш башҡарған, – тине Владимир Якушев. – Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин тап ошондай бурыс ҡуйғайны. Бәләкәй ҡалаларыбыҙ һәм тарихи биләмәләребеҙ уларҙа йәшәгән кешеләрҙең башланғысы менән яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейеш тигәйне ул. Был проект тап ошо рәүешле тормошҡа ашырылған. Бөтәһе лә бик шәп килеп сыҡҡан.

– Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына конкурста ҡатнашырға мөмкинлек биргәне өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ унда алда барабыҙ – 16 ҡалабыҙ һәм район үҙәгебеҙ еңеүсе булды, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Ишембайҙағы йәнә бер йәмәғәт киңлеген төҙөкләндерергә ҡарар ителеүе тураһында белдерҙе.

– Республика көнө алдынан осрашабыҙ. Билдәле булыуынса, байрамға бүләкһеҙ килергә ярамай. Алда Ишембай нефтенең 90 йыллығы менән бәйле ваҡиғалар көтә. Ошо айҡанлы ҙур программа әҙерләйбеҙ, – тине ул. – Әле беҙ Башҡортостан нефтен башлап асыусылар майҙанын проектлай башлайбыҙ. 2022 йылға ул да күркәмләнер.

Сарала Радий Хәбиров Ленин исемендәге майҙанды реконструкциялауҙа әүҙем ҡатнашҡандарға дәүләт наградалары тапшырҙы.

Унан һуң Владимир Якушев һәм Радий Хәбиров амфитеатрҙы, фонтанды, рәссамдар һәм музыканттар аллеяһын, балалар уйын майҙансығын ҡарап сыҡты, ҡала халҡы менән аралашты. Владимир Якушев Башҡортостандың йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса эшен һәм Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу ҡеүәтен юғары баһаланы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter