Обычный вид

Яңылыҡтар

10.10.2020 10:35:00

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы

10 октябрҙә Өфөлә Радий Хәбиров Республика көнө уңайын “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.

Төбәк етәксеһе иң башта ауыл хужалығы һәм сәнәғәт предприятиелары эшселәренә, табиптарға, ғалимдарға, ижади интеллигенция вәкилдәренә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, республиканың үҫешенә өлөш индергән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәт әйтте.

– Беҙ Республика көнөн бик ауыр ваҡытта билдәләйбеҙ. Бөтә донъяға етди саҡырыу ташланған, уларға әҙер яуаптар һәм ҡарарҙар юҡ. Пандемияға бәйле ҙур хәүеф бөтәбеҙ өсөн дә ныҡлыҡҡа имтихан булды. Әйтергә кәрәк, республика был һынауҙы лайыҡлы үтте, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республика был ҡатмарлы осорҙа, ярты йыл эсендә, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу һәм мохтаждарға ярҙам күрһәтеү буйынса уникаль тәжрибә тупланы.

– Рекордлы 55 көн эсендә беҙ Зубов ауылында яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөнөк һәм астыҡ. Эпидемияның иң көсөргәнешле мәлендә дауаханаларҙа өс меңдән ашыу урын әҙерләнек, йөҙәрләгән медицина белгесен, шул иҫәптән студенттарҙы яңынан уҡытып әҙерләнек. Ауыр шарттарҙа эшләгән табиптар ныҡлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтте. Уларҙың күбеһе аҙналар буйы клиникаларҙа йәшәне, “ҡыҙыл зона”ларҙа хеҙмәтләндерҙе. Башҡортостандың туғыҙ табибы тәүгеләрҙән булып илдең иң юғары медицина наградаһына – Пирогов орденына лайыҡ булды. Беҙҙең төбәк халҡы һәр ваҡыт кеше бәләһенә битараф түгеллеге менән айырылып тора. Шуға күрә мохтажлыҡ булыу менән табиптар хеҙмәт командировкаларына Ҡарасәй-Черкес, Амур өлкәләренә, Абхазия һәм Ҡырғыҙстанға юлланды, – тине Радий Фәрит улы, табиптарҙың хеҙмәтен юғары баһалап.

Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, ауыр шарттарҙа республиканың идара итеү системаһы ла һөҙөмтәле эшләне.

– Бөтә ҡарарҙарҙы ла беҙ ил Президенты биргән вәкәләттәр сиктәрендә үҙебеҙ ҡабул иттек. Эпидемиологик хәлгә һығылмалы реакция күрһәттек, иҡтисад һәм социаль өлкәләге хәлдәр өсөн тулы яуаплылыҡ алдыҡ. Һөҙөмтәлә был осорҙо ҡурҡыныс эҙемтәләрһеҙ үткәреп ебәрҙек, һаулыҡ һаҡлау системаһының “емерелеүе”нә юл ҡуйманыҡ. Ситтә тороп ҡалған вахтасыларҙы һәм туристарҙы алып ҡайтып, обсерваторҙарға урынлаштырҙыҡ. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ һәм киләсәктә лә шулай буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Тик, нисек кенә булмаһын, әлегә коронавирус һаман сигенмәй, һәм республика һәр осраҡҡа ла әҙер. Беренсе тапҡыр Башҡортостанда ҙур күләмдә яңы медицина техникаһы алынған: 14 компьютер томографы, ике ангиограф, биш магнит-резонанс томографы, ике нур терапияһы өсөн линиялы тиҙләткес. Республикала илдәге иң яҡшы радиология хеҙмәтенең береһе булдырылған.

Онкология диспансерының яңы корпусы һалынған, кардиоүҙәктә хирургия корпусы, онкогематологияның балалар үҙәге, ядролы медицина үҙәге төҙөлә. Йәнә рекордлы ваҡытта, 15 декабргә тиклем, Стәрлетамаҡта тағы бер йоғошло ауырыуҙар үҙәге барлыҡҡа килергә тейеш. 58 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле һатып алынған. Заманса реанимация модуле булған санитар авиацияһы хеҙмәт күрһәтә башланы.

“Ауыл медицинаһын үҫтереү буйынса ҙур эш алып барыла. Быйыл ғына 111 ФАП һәм өс табип амбулаторияһы асабыҙ”, – тине Радий Фәрит улы.

Проблемаларға ҡарамай, республиканың иҡтисады яйлап нығына башланы. Күп төбәктәрҙә инвестицияларҙың кәмеүе күҙәтелһә, беҙҙә тәүге ярты йыл эсендә уларҙың күләме туғыҙ процентҡа үҫкән.

– Был - бизнес өсөн ғәҙел ҡағиҙәләр булдырыуыбыҙ һөҙөмтәһе. Инвесторҙар беҙгә ышана һәм ҙур проекттарын тап Башҡортостанда тормошҡа ашырырға хәл итә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән “Алға” махсус иҡтисади зонаһы булдырылды. Пандемия осоронда эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең быға тиклем булмаған сараларын күрҙек, 50 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта бизнес субъекты ярҙам алды. Стратегик башланғыстар агентлығының Милли рейтингында былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан 16 урындан 9-сыға күтәрелде. Был - беҙҙең эшкә объектив баһа һәм инвесторҙарға сигнал: тимәк, Башҡортостанда эшләргә, инвестициялар һалырға була, – тине Радий Хәбиров.

Иҡтисади хәлдең яҡшырыуы миграция буйынса статистика менән нығытыла. Ғинуар - июнь айында ни бары 33 кеше киткән, былтыр иһә ошо ваҡытта был күрһәткес меңдән ашыу булған. Шул уҡ ваҡытта былтыр 2018 йыл менән сағыштырғанда миграция буйынса кәмеү өс мең кешегә ҡыҫҡарған булған.

– Беҙҙең бурыс – Башҡортостанды көслө иҡтисадлы, лайыҡлы түләнгән эш урындары булған иң күркәм төбәк итеү. Ауыл һәм ҡалаларыбыҙ матур, заманса, унда йәшәүе уңайлы булыуын теләйбеҙ. Икенсе йыл рәттән Башҡортостан бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы лидерҙары иҫәбендә. Быйыл федераль бюджеттан ярты миллиардтан һум аҡсаны Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Учалы ҡалалары, Воскресенский һәм Йылайыр ауылдары аласаҡ. Бөтә республика буйынса “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырабыҙ. Ҡала-ауылдарҙа парк һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндерәбеҙ. 2024 йылда үтәсәк юбилейына Өфө һиҙелерлек матурланасаҡ, үҙгәрәсәк. Был урам, майҙандар, парк-скверҙарға ҡағыла. Беҙҙең алда Черниковка һәм Затон, Дим һәм Сипайлово, Инорс һәм Шаҡшала йәшәгән кешеләргә уңайлыҡ булдырыу бурысы тора. Бөгөндән өфөләрҙең, баш ҡала ҡунаҡтарының “Бейеүсе торналар” фонтаны, “Тулҡын” скверы, “Беренсе май” паркы яратҡан ял урындарына әүерелде, – тине Радий Хәбиров.

Хәтер һәм дан йылында Өфөнөң “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен алыуы ҡалабыҙҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн таныу булды. Барлыҡ республика кешеләре ил Президентының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүен ҙур шатлыҡ менән ҡабул итте. Әлеге ваҡытта Совет майҙанын төҙөкләндереү эштәре бик әүҙем бара, оҙаҡламай унда легендар комдивҡа һәйкәл барлыҡҡа киләсәк. Быйыл республика арҙаҡлы совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуҙы киң билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә Кәрим Хәкимов исемендәге халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм көнсығышты өйрәнеү институты булдырыу ҡарары ҡабул ителгән.

– Беҙҙең халыҡтың арҙаҡлы шәхестәре бик күп, улар тураһында хәтерҙе мәңге һаҡларға тейешбеҙ. Улар бөйөк эштәргә ҡанатландыра, улар өлгөһөндә беҙ йәштәрҙе тәрбиәләйбеҙ. Һәм был эш дауам итәсәк. Республика көнөндә мин үҙемә шундай һорау бирәм: Башҡортостан тағы ла матурыраҡ, тағы ла көслөрәк булһын өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ? Минеңсә, иң мөһиме – берҙәмлегебеҙҙе нығытыу! Әгәр бергәбеҙ икән, бер ниндәй пандемия ла, иҡтисади көрсөктәр ҙә ҡурҡыныс түгел. Бар һынауҙарҙы үтеп, тағы ла көслөрәк буласаҡбыҙ. Беҙ – киләсәккә ҡараш тотҡан республика. Киләсәккә ҙур һәм амбициялы пландар ҡуйылған. Мин беҙҙең талантлы, ҡурҡыу белмәҫ халҡыбыҙ менән ғорурланам. Бындай халыҡтың ҡулынан барыһы ла киләсәк тип ышанам. Алға, беҙҙең яратҡан республикабыҙ, алға, Башҡортостан!

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter