Обычный вид

Яңылыҡтар

25.09.2020 16:40:00

Радий Хәбиров Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында сығыш яһаны

25 сентябрҙә Ғафури районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында сығыш яһаны.

Форум башҡорт телен популярлаштырыу, телде уҡытыу шарттарын яҡшыртыу һәм Башҡортостан Республикаһының икенсе дәүләт теле булараҡ ҡулланыш даирәһен киңәйтеүҙе маҡсат итә.

 

Радий Хәбировтың сығышы:

Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар! Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар, коллегалар!

Үткән йылда форум үткәргәйнек. Форумдан һуң тик ултырманыҡ, башҡорт телен үҫтереү йүнәлешендә бик күп нәмәләр эшләнек. Ошо йәһәттән бөгөн фекерҙәрем менән уртаҡлашып үтергә уйлайым.

Тик иң башта һеҙҙең барығыҙҙы ла етеп килгән ике матур байрам менән ҡотлап үтергә теләйем. Беренсенән, был аҙнала балалар баҡсалары тәрбиәсәләре көнөн билдәләйбеҙ. Икенсенән, халыҡ-ара уҡытыусылар көнө яҡынлашып килә. Һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайым! Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм.

Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү өсөн йүнәлтелгән. Һеҙгә эшегеҙҙә артабан да уңыштар һәм именлек теләйем.

(Алҡыштар)

Хөрмәтле уҡытыусылар, донъяла 2 миллонға яҡын башҡорт йәшәй. Уларҙың 1,5 миллионы – Рәсәйҙә, шуларҙың 1,2 миллионы Башҡортостанда йәшәй. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә беҙҙең бөтәбеҙҙе башҡорт теле, башҡорт тарихы, башҡорт әҙәбиәте берләштерә. Барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ, беҙ Башҡортостанда ғына башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәтеү, уны үҫтереүҙе ойоштора алабыҙ. Шуға был мөһим эште беҙ бергә тормошҡа ашырабыҙ.

Әйтеп үттем, үткән йыл тик ултырманыҡ. Һәр хәлдә мин шулай тип иҫәпләйем. Хөкүмәт кимәлендә башҡорт телен үҫтереү өсөн байтаҡ эштәр эшләнек.

Күрәһегеҙ, мин дә, минең коллегаларым да эшлекле башҡорт милли костюмын кейеп килдек.

лҡыштар)

Минеңсә, был дәүләт кимәлендәге  бик мөһим проект. Сөнки милли костюм беҙгә көн һайын «һин башҡортһоң, тарихың менән бәйләнеште өҙмә» тиеп иҫкәртеп тора. Шуға быны ла мин файҙалы эш тип ҡабул итәм.

Тағы ла шуны әйтәйем. Бәлки һеҙ ишеткәнһегеҙҙер, күргәнһегеҙҙер, хәҙер Хөкүмәттә, Дәүләт Йыйылышында, район хакимиәттәрендә башҡорт телен ишетә башланыҡ. Күберәк ишетә башланыҡ. Сөнки беҙҙең коллегалар кәңәшмәләрҙә башҡортса сығыш яһай башланы. Минең уйлауымса, был да бик  кәрәкле проект.

Бынан бер аҙна элек коллегаларым бик матур бүләк бирҙеләр миңә. Ул – «Эшлекле башҡорт теле» китабы. Башҡорт теле – ул дәүләт теле. Шуға күрә был китап күптән кәрәк ине. Коллегаларға уны таратырға ҡуштым. Хакимиәт башлыҡтары ҡарарға, өйрәнергә һәм ҡулланышҡа индерергә тейеш.

Тағы ла бер яңылыҡ менән бүлешергә теләйем. Һеҙ беләһегеҙ, элек беҙҙең Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында диссертация советы бар ине. Әммә бер мәл беҙ уны юғалттыҡ. Быйыл беҙ уны ҡабаттан тергеҙә алдыҡ, диссертация советы үҙ эшен хәҙер дауам итә. Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина бында. Әйҙәгеҙ, уға ҙур итеп рәхмәт әйтәйек.

Ул шул тиклем күп көс һалды, диссертация советы артабан эшләргә тейеш. Уны башҡа юғалтмайыҡ. Һеҙгә рәхмәт!

лҡыштар)

2018 йылда Башҡортостан Башлығы грантын булдырҙыҡ. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, гранттар үҙ һөҙөмтәһен бирә башланы. Бында Гөлназ Рәүил ҡыҙы Йосопова ла бар. Ул Башҡорт телен үҫтереү фонды етәксеһе, Гөлназға шулай уҡ күп итеп рәхмәт әйтәйек. Сөнки бына минең телефонда ла биш ҡушымта бар хәҙер. Өсәүһе балалар өсөн. Тағы ла «Сәләм» ҡушымтаһы тураһында әйтеп үтәйем, буш ваҡыт булғанда мин уның ярҙамында шөғөлләнеп алам.

Тағы ла бер проект, бик кәрәкле һәм бик ҡатмарлы йүнәлеш – ул төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалекты. Сөнки күп ваҡыт беҙ был диалектты иҫәпкә алманыҡ. Быйыл беренсе тапҡыр башҡорт теленән диктантты төньяҡ-көнбайыш диалектында ла яҙҙыҡ. Күптәр ҡушылды, был эште артабан да дауам итергә кәрәк. Быны бик мөһим эш тип уйлайым.

Тағы ла бер проектты ойошторҙоҡ. Беҙҙә полилингваль гимназиялар барлыҡҡа килде. 2024 йылға тиклем 15 полилингваль гимназия асыласаҡ. Әле өс гимназия бар. Икеһе Өфөлә, береһе Сәтрлетамаҡта. Ул гимназияларҙың директорҙары бында. Азат Рафаил улы Батыршин, Наил Радик улы Әминев һәм башҡорт ҡыҙы Оксана Васильевна Самойлова. Һеҙгә рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар! Беҙ һеҙгә ышанабыҙ. Сөнки полилингваль гимназия – ул башҡорт телен өйрәнеү, үҫтереү буйынса локоматив булырға тейеш. Тағы ла 12 полилингваль гимназия ойоштороға уйлайбыҙ. Йыл аҙағында Нефтекамала гимназия асабыҙ, ул да полилингваль йүнәлешле буласаҡ. Был проекттың файҙалы буласағына бик ышанам.

Хөрмәтле уҡытыусылар, был атҡарылған эштәр буйынса ҡыҫҡа ғына отчётым булды. Артабан алға ҡарарға кәрәк. Әйҙәгеҙ, аралашайыҡ. Мин һеҙҙең һорауҙарға яуап бирергә әҙермен.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter