Обычный вид

Яңылыҡтар

18.09.2020 19:17:00

Радий Хәбиров Хәйбулла районының социаль объекттары менән танышты.

Йәнтеш ауылында төбәк етәксеһе "Һаҡмар" республика шифаханаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан, йыл әйләнәһенә эшләгән был учреждение 2000 йылда асылған. Ул 50 урынлыҡ төп корпус, аш-һыу блогы һәм спорт залынан торған. 2009 йылда 60 урынға иҫәпләнгән ятаҡ төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылған.

Баш табип Тәлғәт Рәхмәтуллин белдереүенсә, шифахана халыҡ араһында бик популяр. Былтыр ғына бында 2157 кеше сәләмәтлеген нығытҡан.

Шул уҡ ваҡытта хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, төп һәм ятаҡ корпустары араһында йылы коридор төҙөргә кәрәк, төп корпустың ҡыйығы һәм аш-һыу блогы ла капиталь ремонтҡа мохтаж. Шулай уҡ киләсәктә шифаханаға айырым дауалау корпусы ла кәрәк.

***

Башҡортостан Башлығы шифахана янында йыл әйләнәһенә эшләйәсәк балалар лагеры төҙөү өсөн планлаштырылған майҙансыҡта ла булды. Эш 2008 йылда уҡ башланған, тик аҡса булмау сәбәпле туҡтатылған.

Әле 1966 йылда уҡ һалынған лагерь заман талаптарына яуап бирмәй. Ятаҡ корпустары, мунса-кер йыуыу комплексы, йыуыныу, душ бүлмәләре байтаҡ һорау тыуҙыра. Шулай уҡ бында ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса шөғөлләнеүҙе күҙаллаған айырым бина юҡ. Июндән авгусҡа тиклем булдырылған өс сменала ни бары 375 кеше генә ял итә ала. Йәғни ихтияждың 42 процентын ғына ҡаплай.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов әйтеүенсә, бында тағы бер-ике ятаҡ комплексы, спорт залы булған административ корпус төҙөргә, әүҙем ял һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар булдырырға планлаштыралар. Бындай объекттың яҡынса хаҡы – 350 миллион һум.

Радий Хәбиров “Һаҡмар” шифаханаһын яңыртыу һәм балалар лагерын төҙөү мәсьәләһен өйрәнергә, оптималь тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter