Обычный вид

Яңылыҡтар

19.09.2020 15:20:00

Хәйбулла районына эш сәфәре

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районына эш сәфәре барышында сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары эшмәкәрлеге, социаль һәм инфраструктура объекттары менән танышты.

***

Аҡъяр ауылында төбәк етәксеһе урындағы һыуһаҡлағысындағы насос станцияһын ҡараны. Ҡоролманы 1990 йылда төҙөгәндәр. Ауыл үҫешкән һайын һыу менән тәьмин итеү өсөн ҡеүәте етмәй. Йәйге айҙарҙа район үҙәгенең бер өлөшө һыуһыҙ тороп ҡала. “Инцидент менеджмент” системаһына ошо мәсьәлә буйынса мөрәжәғәттәр күп булған.

2019 йылда Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса Аҡъяр һыуһаҡлағысының I һәм II яңы күтәрмә насос станцияларын төҙөү проекты эшләнгән. Улар йорт хужалыҡтарын һыу менән туҡтауһыҙ тәьмин итәсәк.

Радий Хәбиров 88,2 миллион һумлыҡ объект төҙөлөшөн 2021 йылға Республика адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушты. Эштәрҙе киләһе яҙ башларға уйлайҙар.

***

 

Республика Башлығы район үҙәгендә Төньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә булды. Унда 2009 йылдан алып шәхси торлаҡ төҙөлөшө бара. Биләмәлә газ һәм һыу үткәрелгән, юлдар ремонтланған, урамдарҙы яҡтыртыу системаһы ҡуйылған. Биҫтәләге 2,1 мең участканың 900-ында төҙөлөш эштәре атҡарылған. 2019 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы буйынса паркты төҙөкләндерә башлағандар.

Төбәк етәксеһе урында йәшәгән халыҡ менән транспорт үҫеше, социаль объекттар төҙөлөшө тураһында фекер алышты.

Ауылда йәшәгәндәр мәктәпкә тиклемге белем биреү ойошмаларының етешмәүенә бәйле проблемалар хаҡында әйтеп үтте. Яңы микрорайонда бер  балалар баҡсаһы бар, әммә ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндермәй.

Радий Хәбиров 2021 йылда яңы балалар баҡсаһын проектлай башлаясаҡтары хаҡында хәбәр итте. Бынан тыш, төбәк етәксеһе республика Хөкүмәтенә ауылдағы мәктәпкә тиклемге белем биреү ойошмалары белгестәренә ярҙам программаһын эшләргә ҡушты.

Ошонда уҡ Башҡортостан Башлығы төҙөлөш майҙансығын ҡараны. Унда 140 урынлыҡ интернаты булған 550 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп бинаһын төҙөй башлағандар. 464 миллион һумлыҡ объект “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһы буйынса күтәрелә. Белем усағын 2021 йылда тапшырыу күҙаллана.

Төбәк етәксеһе республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына яңы мәктәпкә полилингваль статус биреү һәм уға ярашлы программалар  эшләү тәҡдимдәрен әҙерләргә ҡушты.

***

 

Радий Хәбиров Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында ла булды. Йыл һайын завод яҡынса 350 мең тонна руда эшкәртә, ете меңдән ашыу тонна баҡыр һәм ике мең тоннанан ашыу цинк концентраты етештерә. Комбинаттың генераль директоры Рөстәм Аблаев белдереүенсә, бындай эшкәртеү экология йәһәтенән хәүефле иҫәпләнә. Шуға предприятие бар килемен ҡалдыҡтарҙы модернизациялау һәм рекультивациялауға йүнәлтә. Шулай итеп, былтыр комбинаттың үҫеше өсөн һалынған инвестициялар 450 миллион һум тәшкил итһә, быйыл иһә 526 миллион һум. Тау-байыҡтырыу комбинаты район тормошо өсөн дә аҡса бүлә: предприятие аҡсаһына Һамар-Бүребай һыу үткәргесен үҙгәртеп ҡорғандар һәм Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә.

 – Был – барлыҡ предприятиеларыбыҙ өсөн дә яҡшы өлгө, – тине Радий Хәбиров. – Предприятие үҙ үҫешенә инвестициялар йәлеп итә һәм был дөрөҫ, тип иҫәпләйем. Милексе аҡса эшләргә тейеш, әммә яуаплылыҡ хаҡында ла оноторға ярамай. Бында яуаплы эшҡыуарлыҡ миҫалын күрәм. Ул беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй, кешеләргә лайыҡлы эш хаҡы булған хеҙмәт урындары тәҡдим итә, республика проекттарында ҡатнаша һәм үҙенең технологик ҡалдыҡтарын рекультивациялау менән әүҙем шөғөлләнә. Республикабыҙ өсөн бындай миҫалдар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә һирәк.

Ауылдағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы – Бүребай тау байыҡтырыу комбинатының республика властары менән үҙ-ара эш итеүе миҫалы. Уны ауыл биләмәләре үҫеше программаһы буйынса төҙөйҙәр. Был проект өсөн комбинат 33 миллион һумдан ашыу аҡсаһын сарыф иткән.  Радий Хәбиров эш барышы менән танышты, төҙөлөш майҙансығын ҡараны. Эшселәр объекттың нигеҙен һалып бөткән һәм бинаның каркасын монтажлауға тотонған. Яңы бинаны 2020 йылдың декабрендә тапшырасаҡтар. Ул ауылда йәшәүселәрҙең барлыҡ талаптарына яуап бирәсәк, ә техник йыһазландырыу халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙы үткәреүгә булышлыҡ итәсәк.

Башҡортостан Башлығы буласаҡ физкультура-һауыҡтырыу коплексы хеҙмәткәрҙәренә “Ауыл тренеры” программаһы буйынса ике сертификат бирергә ҡушты. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаевҡа Бүребайҙың урам-юл селтәрен төҙөкләндереү варианттарын уйларға тип әйтелде.

***

Әмир Шәйәхмәтовтың крәҫтиән-фермер хужалығына барғанда, Радий Хәбиров Хәйбулла районы шарттарына яраҡлаштырылған элиталы бойҙай орлоҡсолоҡ үҙәген дә ҡараны. Питомникта конкурс һынауында – йомшаҡ һәм ҡаты бойҙай менән арпаның 104 сорты. Хужалыҡтың дөйөм майҙаны өс мең гектарҙан ашыу тәшкил итә.

Радий Хәбиров аграрийҙарҙы яҡын арала үткәреләсәк “Ауыл сәғәте” форматындағы кәңәшмәләрҙең береһенә саҡырҙы.

 – Һорауҙарығыҙҙы мөмкин тиклем аныҡ һәм асыҡ итеп әҙерләгеҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Һеҙҙең өсөн нимә эшләйәсәгебеҙҙе хәл итәсәкбеҙ. Предприятиеға ярҙам кәрәклеген күрәм. Үҙегеҙҙең көсөгөҙ менән дә хәл итерегеҙгә ышанам, әммә процесты тиҙләтергә кәрәк. 

Хәйбулла районындағы ауыл хужалығы тармағы вәкилдәре менән осрашыуҙа Урал аръяғындағы ер эшкәртеү ауырлыҡтары хаҡында һүҙ барҙы. Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, ҡоро йәй уңышһыҙлыҡҡа килтергән. Орлоҡтар етешмәү сәбәпле, 2021 йылдың яҙғы сәсеү кампанияһы – хәүеф аҫтында. Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итергә ҡушты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter