Обычный вид

Яңылыҡтар

11.09.2020 10:57:00

Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Владислав Дзюба менән осрашыу

11 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, эске хеҙмәт полковнигы Владислав Дзюба менән осрашты.

Төбәк идаралығының яңы етәксеһе менән Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәте директоры урынбаҫары, эске хеҙмәт генерал-лейтенанты Валерий Балан таныштырҙы.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республикала ведомство эшмәкәрлеге хаҡында һөйләште.

Белешмә:

Владислав Владимирович Дзюба 1975 йылдың 22 сентябрендә Иркутск өлкәһендә тыуған. Иркутск юғары хәрби авиация-инженер училищеһын, Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Хоҡуҡ һәм идара академияһын тамамлаған.

2002 йылдың июненән Иркутск һәм Сахалин өлкәләренең енәйәт-башҡарыу системаһында төрлө вазифаларҙа эшләгән.

2014 йылдан Саха (Яҡут) Республикаһы буйынса Федераль яза башҡарыу идаралығына етәкселек иткән.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter