Обычный вид

Яңылыҡтар

11.09.2020 12:55:00

"Сәнәғәт сәғәте" сиктәрендә Күмертауҙа кейем тегеүҙе ойоштороу буйынса проектты хупланылар

11 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы "Сәнәғәт сәғәте"н үткәрҙе. Унда Күмертауҙа алдынғы социаль-сәнәғәт үҫеше биләмәһе майҙансығында кейем тегеүҙе ойоштороу буйынса проектты хупланылар.

 

***


"Баш-Деним" йәмғиәте директоры Алексей Лисный һөйләүенсә, балалар һәм ололар өсөн джинсы әйберҙәр теккән Ligas бренды аҫтындағы компания 18 йыл буйы Краснодарҙа эшләй. Етештереү ҡеүәте киңәйгәс, инвестор эшмәкәрлекте Башҡортостанда ла ойошторорға ҡарар иткән.

30 миллион һумлыҡ проект бер-нисә этапты күҙ уңында тота. Уны тормошҡа ашырыу ваҡыты - ике йыл. Ҡорамалдар яңы майҙансыҡҡа күсерелгән, уларҙы ҡороу эштәренә әҙерлек бара. Етештерелгән әйбер федераль һатыу селтәрҙәрендә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Материал һатып алыу өсөн предприятиеға ташламалы хаҡҡа займ кәрәк. Алексей Лисный әйтеүенсә, беренсе этапта 30 яңы эш урыны булдырыласаҡ, артабан белгестәр штаты киңәйәсәк.

-         Беҙ урындағы кешеләрҙе уҡытасаҡбыҙ. Бының өсөн мәшғүллек хеҙмәте үҙәге менән бәйләнеш урынлаштырылған, - ти ул.

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә бер аҙна эсендә ташламалы финанслау йәлеп итеү мәсьәләһен ҡарауҙы йөкмәтте.

***

Кәңәшмәлә шулай уҡ алдағы "Сәнәғәт сәғәте"ндә ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеше тикшерелде. Улар араһында  - Туймазыла түшәктәр етештергән "Корона" предприятиеһына ер майҙаны бүлеү.

-         Матрас эшләүҙе тәүлегенә 500-ҙән 1000-гә тиклем еткергәс, етештереү ҡеүәтен арттырыу ихтыяжы тыуҙы, - ти йәмғиәттең генераль директоры Рәмил Мамлеев. - Бының өсөн предприятие эргәһендә ҡулай биләмә бар, тик ерҙең милексеһе уны бик юғары хаҡҡа тәҡдим итә.

Радий Фәрит улы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа ике яҡ менән дә һөйләшеүҙәр үткәрергә һәм барыһын да ҡәнәғәтләндерелек ҡарар ҡабул итергә ҡушты.

Шулай уҡ "Башинком" ашлама сығарыу буйынса фәнни-өйрәнеү предприятиеһына ер майҙаны бүлеү һорауна туҡталдылар. Сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев әйтеүенсә, Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамы менән был проектҡа ер бүленгән.

Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев Борай районында үткән "Сәнәғәт сәғәте" ултырышында билдәләнгән мәсьәләләрҙең үтәлеше тураһында һөйләне.

Бынан тыш, эске баҙарҙа "Уфадормаш" һәм "Стеклонит" етештергән продукцияны арттырыу тураһында һүҙ барҙы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter