Обычный вид

Яңылыҡтар

12.09.2020 14:20:00

Радий Хәбиров “Терра Башҡортостан” ат спорты турниры еңеүселәрен тәбрикләне

12 сентябрҙә Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров “Аҡбуҙат” ипподромында үткән “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының финал ярыштарын ҡараны. Төбәк етәксеһе Башҡортостан Башлығы призына барған бәйгене ҡараны һәм еңеүсегә лайыҡлы наградаһын тапшырҙы.

Ярыш алдынан Радий Хәбиров ипподром фойеһында ойошторолған күргәҙмә-йәрминкә менән танышты. Бында республика етештереүселәре үҙҙәренең тауарҙарын ҡуйғайны. Араларында аҙыҡ-түлек, ауыл хужалығы, шул иҫәптән йылҡысылыҡ продукциялары бар. Республика Башлығы Шишмә районының “Агроснаб” предприятиеһы экспозицияһын айырым билдәләне һәм уның етәксеһен “Ауыл хужалығы сәғәте” ултырышына саҡырып, артабанғы эш пландары, ярҙам төрҙәре тураһында һөйләшергә тәҡдим итте.

***

Артабан Радий Фәрит улы тренерҙар, аграрийҙар һәм эшҡыуарҙар менән республикала спорт йылҡысылығын үҫтереү мәсьәләһен тикшерҙе.

- Республикала ат спорты үҫешенең төрлө этаптары булды. Әле энтузиастар ярҙамы менән ул уңышлы алға бара. Беҙҙең спортсылар һәм хужалыҡ вәкилдәре Рәсәй турнирҙарында призлы урындар яулай. Был эшмәкәрлеккә, һис шикһеҙ, ярҙам итергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, киләһе йыл Башҡортостанда был йүнәлеште үҫтереү программаһы эшләнәсәк, тейешле финанслау ҡараласаҡ.

 ***

“Терра Башҡортостан”дың финал ярыштарында һайлап алыу этабын үткән 12 еңеүсе ҡатнашты. Эпидемиологик хәлгә бәйле, бәйгеләр тамашасыһыҙ үтһә лә, турнирҙың һәр этабы, билдәле булыуынса, федераль һәм республика телеканалдарында күрһәтелеп барҙы.

Финал ярышын асыу тантанаһында төбәк етәксеһе спортсыларға уңыштар теләне.

– Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле ҡунаҡтар, хөрмәтле спортсылар! Барығыҙҙы ла ошондай матур көн – ат ярышы финалы менән ихлас ҡотлайым һәм еңеү, уңыштар теләйем, – тине Радий Хәбиров. – Беҙгә, Башҡортостанда йәшәгән халыҡ өсөн, ат ҙур әһәмиәткә эйә. Быуаттар дауамында ул иптәш, хәрби яуҙаш булған. Юҡҡа ғына беҙҙең ата-бабабыҙ – Төньяҡ амурҙары һәм легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың кавалерия дивизияһы атлылары - ышаныслы дуҫтары менән бар Европа аша үтмәгән. Һәммәгеҙҙе лә әлеге матур көн менән ҡотлайым һәм спортсыларға ҙур еңеүҙәр теләйем.

Финал ярыштары һөҙөмтәһе буйынса, Башҡортостан Башлығы призына бәйгелә еңеүҙе Туймазы районынан Александр Лиханов яуланы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter