Обычный вид

Яңылыҡтар

12.09.2020 17:02:00

Радий Хәбиров “Беренсе май” паркында булды.

12 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Беренсе май” мәҙәниәт һәм ял паркындағы капиталь ремонт һәм комплекслы төҙөкләндереү барышы менән танышты.

Төҙөүселәр юлдарға, тротуарҙарға нигеҙ эшләп бусчатка һала башлаған. Улар яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡорамалдары өсөн кабель һуҙа, һыу менән тәьмин итеү системаһының, канализацияның тышҡы селтәрен ҡора, быуа ситен нығыта. Эштең иң ҙур этабы – парктың уртаһындағы быуаны тәрәнәйтеү һәм таҙартыу тамамланған.

Подрядсы ойошма вәкилдәре белдереүенсә, парк быйыл октябргә әҙер буласаҡ. Бында әле балалар спорт комплексы эшләй, эттәрҙе йөрөтөү өсөн майҙансыҡ бар. Ремонт эштәре барыуға ҡарамаҫтан, ял паркында халыҡ күп.

Радий Хәбиров ҡала халҡы менән аралашты. Улар йәмәғәт урынының яңыртылыуын күптән көткән, улар Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә матур ял итеү урыны барлыҡҡа килеүенә ҡәнәғәт.  

Башҡортостан Башлығы яңыртылған паркты Республика көнөнә асыуға әҙерләргә ҡушты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter