Обычный вид

Яңылыҡтар

02.09.2020 13:18:00

Радий Хәбиров «Cалауат Юлаев» командаһына яңы миҙгелдә уңыштар теләне

2 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсылары, тренерҙары һәм етәкселеге менән осрашты, уларға Континенталь хоккей лигаһының яңы миҙгелендә уңыштар теләне.

– Республикабыҙ көйәрмәндәре исеменән һеҙгә сәләм тапшырырға теләйем. “Салауат Юлаев” беҙгә бик ҡәҙерле, уның өсөн һәр саҡ ихлас янып-көйәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Үткән миҙгел бик ҡатмарлы булды. Һеҙ плей-оффта шәп уйнап, беҙҙе ҡыуандырҙығыҙ. Әммә коронавирус сәбәпле уйынды аҙағына еткерә алманығыҙ. Шулай ҙа уҙған миҙгел өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!

Республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәте хоккей клубына ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәк тип белдерҙе.

– “Салауат Юлаев” беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, Хөкүмәт яғынан хоккей клубына ярҙам күрһәтеүгә бәйле проблема булмаҫ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Бөтә мәсьәләләрҙе лә хәл итербеҙ. Һөйләшеүҙәр бара, беҙҙе хуплайҙар. Шуға күрә бер нимәгә лә иғтибар итмәгеҙ. Һеҙҙең алда бер генә бурыс – аҙаҡҡаса еңеү өсөн көрәшеү. Алдығыҙға юғары маҡсат ҡуйып, уларға ынтылырға кәрәк. Яңы тренерығыҙ Томи Ламса һеҙҙе яңы еңеүҙәргә илһамландырыр, тип ышанам.

Осрашыу аҙағында республика Башлығы хоккейсыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе, ә команда капитаны Григорий Панин махсус хоккей формаһы тапшырҙы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter