Обычный вид

Яңылыҡтар

16.08.2020 18:40:00

Уртаҡ ҡарарға килмәй тороп,Ҡуштау шиханында бер ниндәй ҙә эштәр алып барылмаясаҡ – Радий Хәбиров

16 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡуштау шиханын яҡлаусы экоәүҙемселәр менән осрашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә бында экологик флешмоб булды, уның һөҙөмтәһендә “Башҡортостан сода компанияһы” хеҙмәткәрҙәре һәм экологик әүҙемселәр араһында бәрелештәр булды. Бөгөн дә Ҡуштауҙағы бәрелештәр һәм ҡаршы тороуҙар дауам итте.

– Уртаҡ ҡарарға килмәй тороп,Ҡуштау шиханына бер кем дә менмәйәсәк, бында бер ниндәй ҙә эштәр алып барылмаясаҡ, – тине Радий Хәбиров йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп. –Беҙҙең бөтәбеҙгә лә туҡтарға кәрәк. Иң әүҙемдәрегеҙҙе һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырырға саҡырам. Беҙ был хәлде ентекләп тикшерергә әҙер. Һуғышты тамамларға кәрәк, башҡа бер кемгә лә рөхсәт итмәйәсәкбеҙ.

Ҡулға алынған протеста ҡатнашыусыларға туҡталып, Башҡортостан Башлығы улар буйынса ҡарар закон сиктәрендә ҡабул ителәсәк тине.

– Ҡулға алынған кешеләрҙе беҙ сығарырға тырышасаҡбыҙ. Унда әүҙемселәрҙе генә түгел, ә “БСК”ны яҡлап сығыш яһағандарҙы ла ҡулға алдылар. Барыһы ла законға ярашлы буласаҡ. Мин быны ныҡлы вәғәҙә итәм, – тине Радий Хәбиров. – Мәғлүмәт сәйәсәте буйынса. Мин һәр ваҡыт экстремизм һәм ваххабизмға ҡаршы булдым. Был минең шәхси ҡарашым. Вәғәҙә итәм, бынан ары бер кем дә айышына төшөнмәй тормай, бөтәһен дә экстремистарға тиңләмәйәсәк. Тик һеҙҙең дә туҡтауығыҙҙы һорайым.

Башҡортостан Башлығы әүҙемселәрҙең Ҡуштау буйынса Координация советы булдырыу тураһындағы тәҡдимен ҡабул итте һәм хәрәкәт лидерҙарын иртәгә үк уның беренсе ултырышына килергә саҡырҙы.

– Беҙҙең бөтәбеҙгә лә туҡтарға кәрәк. Һеҙҙең миңә, минең һеҙгә һорауҙарыбыҙ бик күп. Иң әүҙемдәрегеҙҙе беҙҙең менән һөйләшеү өҫтәле артына ултырырға саҡырам. Бер үтенес бар: үҙ-ара хәл итеп вәкилдәр һайлағыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Иртәгә һөйләшербеҙ. Беҙ бик ентекләп был хәлде тикшерергә әҙер.

Башҡортостан Башлығы менән осрашыу һөҙөмтәһендә әүҙемселәр менән был стихиялы митингты туҡтатыу тураһындағы уртаҡ фекергә киленде. Әүҙемселәр ҡайтыша башланы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter