Обычный вид

Яңылыҡтар

19.08.2020 20:25:00

Радий Хәбиров Сибай халҡын ҡаланың 65 йыллығы менән ҡотланы

19 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибай халҡын ҡаланың 65 йыллығы менән ҡотланы һәм бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.

-         Сибайҙарҙы ысын күңелдән байрам менән ҡотлайым. Һәр ваҡыттағыса һеҙгә сабырлығығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең менән һәр саҡ бергә буласаҡбыҙ – ауырлыҡтарҙы ла, шатлыҡтарҙы ла бергә уртаҡлашасаҡбыҙ. Ҡалаға яңы уңыштар һәм сәскә атыуын теләйем.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ «Ирәндек моңдары-2020»  халыҡ –ара конкурсы еңеүселәрен тәбрикләне.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter