Обычный вид

Яңылыҡтар

29.07.2020 18:04:00

Радий Хәбиров Владимир Путин үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашты

29 июлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында илдә санитар-эпидемиологик хәл һәм һаулыҡ һаҡлау системаһының көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлеге тураһында кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Рәсәйҙә коронавирус таралыуына бәйле хәлде, шулай уҡ медицина учреждениеларының көҙгө осорға әҙерлеген тикшерҙе.

–Хәл ҡатмарлы ҡала һәм көтөлмәгәнсә үҙгәреүе мөмкин. Шуға күрә тынысланыу, табиптарҙың кәңәштәрен инҡар итеү өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ, – тине  Владимир Путин. – Мин хәҙер власть вәкилдәренә лә, илебеҙҙә йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә мөрәжәғәт итәм. Әлегә илдең бөтә төбәктәрендә лә ауырыуҙар һанын тотороҡло кәметеүгә өлгәшелде тип әйтеп булмай. Илдең ҡайһы бер субъекттарында хәл «ҡатмарлы ҡала».

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter