Обычный вид

Яңылыҡтар

24.07.2020 17:55:00

Радий Хәбиров: «Муха» студияһы – Башҡортостан брендтарының береһе»

 24 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров компьютер графикаһы һәм анимация өлкәһендә эшләгән “Муха” студияһының ижади майҙансығында булды. Төбәк етәксеһе 50 кешенән торған коллективтың эш шарттарын баһаланы һәм компанияның ижади пландары менән танышты.

1990 йылда нигеҙ һалынған “Муха” студияһы Рәсәй баҙарында компьютер графикаһы буйынса беренселәрҙән иҫәпләнә. Улар етештергән фильмдар, реклама роликтары, видеоклиптар, телевизион заставкалар һәм махсус эффекттар – медиа мөхиттә киң популярлыҡ менән файҙаланыла. Бөгөн студия Башҡортостан Хөкүмәте заказы буйынса “Төньяҡ амурҙары” тулы метражлы йәнһүрәте өҫтөндә эшләй. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышы осорондағы башҡорт яугирҙәренә арнала.

Шулай уҡ төбәк етәксеһе мультипликация тармағының артабанғы үҫеше мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда студияға Хөкүмәт яғынан ярҙам мөмкинлектәре лә ҡаралды.

Кисә иһә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Союзмультфильм” киностудияһы директоры Борис Машковцев менән осрашып, “Муха” студияһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм Башҡортостандың иң яҡшы анимацион образдарын ил күләмендә таратыу мәсьәләләрен тикшергәйне.

“Союзмультфильм” балалар ижадын алға әйҙәй – тематик лагерҙар, балалар үҙәктәре һәм кинофестивалдәр ойоштора. Быларҙың барыһын тулы кимәлдә Башҡортостан биләмәһендә лә тормошҡа ашырырға мөмкин.

Фекер алышыу һөҙөмтәһендә Радий Хәбиров “Муха” студияһы етәкселегенә Өфөлә булдырыласаҡ “IQ-парк” юғары технологиялар технопаркы резиденттары исемлегенә инергә тәҡдим итте. Зәки Вәлиди урамы, 32А адресы буйынса урынлашасаҡ технопарк 2021 йылда асылырға тейеш. Был Башҡортостан Хөкүмәте менән “Сколково” фондының уртаҡ проекты. Хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле йүнәлештәре тип Башҡортостан Башлығы республикала йәшәгән тарихи шәхестәр тураһында анимацион фильмдар, көнүҙәк социаль реклама булдырыуҙы ла атаны.

– “Муха” студияһы – беҙҙең визит карточкабыҙ һәм республика ғорурлыҡтарының береһе. Минеңсә, быға тиклем уның эшмәкәрлегенә иғтибар етерлек булмаған, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ уртаҡ эш башланыҡ, уның йүнәлештәрен билдәләнек.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter