Обычный вид

Яңылыҡтар

21.07.2020 11:04:00

Ауырғазы районына эш сәфәре

21 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ауырғазы районында булды. Төбәк етәксеһе Башҡортостандағы иң ҙур агропредприятиеларҙың береһе - “Урожай” компаниялар төркөмөнөң инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.

***

Ишле ауылында Радий Хәбиров 6530  баш һыйыр малына иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы төҙөлөшөн ҡараны. Малсылыҡ өлкәһендәге күләмле проект 2018 йылдың декабрендә “Инвестиция сәғәте”ндә хупланғайны. Инвестицияның дөйөм күләме 4,5 миллиард һумдан ашыу.

Былтыр аграрийҙар малсылыҡ комплексының 1200 баш малға иҫәпләнгән тәүге сиратын сафҡа индерҙе. Республика Төбәк фонды аша заем биреп, проектҡа булышлыҡ итте. Киләһе ике йылда бында һыйыр, быҙау аҙбарҙары төҙөү, һөт һауыу блогын һәм башҡа хужалыҡ биналарын сафҡа индереү күҙаллана.

Радий Хәбиров компания етәкселеге менән һөттө һатыу, дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса фекер алышты, холдингтың артабанғы үҫеш мөмкинлектәрен “Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә тикшерергә тәҡдим итте.

– Беҙ үҙ алдыбыҙға Рәсәйҙә һөт етештереү буйынса алдынғылыҡты яулау бурысын ҡуйҙыҡ, – тине ул. – Башҡортостан – аграр биләмә, беҙҙә ауыл хужалығы көслө. Республикабыҙ өсөн һөт малсылығы – төп йүнәлештәрҙең береһе.

 

***

Тағы ла бер инвестиция проекты – районда заманса селекция-орлоҡсолоҡ үҙәген асыу. Компания етәксеһе Радик Рафиҡов әйтеүенсә, бында орлоҡто таҙартыу, айырыу һәм ағыулау буйынса тулы цикл булдырыу күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта бөтә эш автоматлаштырыласаҡ. Инвестиция күләме – 240 миллион һум. Быйыл февраль айында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә проектты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерергә ҡарар ителде.

***

Ауырғазы районының Солтанморат ауылында төбәк етәксеһе мал һимертеү комплексында (фидлотта) булды. Бында ит йүнәлешендәге 1,5 мең һыйыр малы аҫрала.

“Урожай” компаниялар төркөмө етәксеһе Радик Рафиҡов әйтеүенсә, фидлотты ойоштороу өсөн предприятие әүәлге һөтсөлөк фермаһы биналарын реконструкциялаған. Быҙау аҙбарҙарынан тыш, аграрийҙар малды үҫтереү һәм һимертеү цехын асҡан. Уларға 40 көнлөк быҙауҙарҙы урынлаштырып, ауырлығы 300 килограмға еткәнсә һимертәләр.

***

Солтанморатта Радий Фәрит улы ауыл халҡы менән аралашты. Улар һыу тәьминәтенә бәйле ҡыйынлыҡтары тураһында һөйләне, тотош ауылды төҙөкләндереү, ҡайһы бер иҫке биналарҙы һүтеү йәки яңыртыу зарурлығын, янғын машинаһына ихтыяж булыуын билдәләне.

Радий Хәбиров район башлығына мәсьәләләрҙе өйрәнергә, урындағы халыҡҡа ярҙам сараларын күрһәтергә ҡушты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter