Обычный вид

Яңылыҡтар

17.07.2020 12:34:00

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, «Ростех» корпорацияһы, авиация тармағының төп компаниялары етәкселәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһен 95 йыллығы менән тәбрикләне

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Олег Бочаров, “Ростех” дәүләт корпорацияһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Владимир Артяков, “Ростех” авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков, шулай уҡ илдәге авиация тармағының төп компаниялары етәкселәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 95 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты.

Республика етәксеһе һәм делегация вәкилдәре предприятие коллективын ҡотланы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Радий Хәбиров берекмә ветерандарына һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтте.

 

– Быуатҡа яҡын юбилейығыҙҙы яңы уңыштар менән билдәләйһегеҙ. Яңы быуын самолеттары һәм вертолеттары өсөн двигателдәр эшләү буйынса ҙур проекттар тормошҡа ашырыла, алдынғы технологиялар ғәмәлгә индерелә, энергетика, тәбиғи газ ташыу өлкәһендә перспективалы йүнәлештәр үҙләштерелә, - тине Радий Хәбиров. - Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, “Ростех”тың башҡа предприятиелары кеүек үк, беҙҙә яңы ойошторолған донъя кимәлендәге Ғилми-белем биреү үҙәге партнерҙарының береһенә әүерелер, тип ышанабыҙ.

 

Олег Бочаров Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуровтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. “Ростех” дәүләт корпорацияһы етәкселеге предприятиеның ватан авиация двигателе эшләү өлкәһендә мөһим урын биләүен билдәләне.

 

– Предприятие тармаҡ флагманы булып тора һәм Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы табышының 30 проценттан ашыуын тәьмин итә. Был бик юғары күрһәткес, – тине Владимир Артяков.

 

“ОДК-УМПО” йәмғиәтенең идарасы директоры Евгений Семивеличенко ҡунаҡтарға коллектив исеменән рәхмәт әйтте.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter