Обычный вид

Яңылыҡтар

09.07.2020 18:26:00

Башҡортостан инвестиция климаты торошо буйынса Милли рейтингта тәүге ун төбәк исемлендә

9 июлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева Рәсәй төбәктәренең инвестиция климаты торошо буйынса милли рейтинг һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса  Башҡортостан 16-сы урындан туғыҙынсыға тиклем күтәрелеп, тәүге ун төбәк исемлегенә инде.

Онлайн ултырышта Радий Хәбиров республикала алып барылған эштәр менән таныштырҙы. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, ярты йылда төбәктә 862 миллиард һумға баһаланған 230 инвестиция проекты ҡаралған. Хөкүмәттә үткәрелгән “Инвестиция сәғәте” ултырыштары, район һәм ҡалаларҙа уҙғарылған “Эшҡыуарҙар сәғәте” кәңәшмәләре ошондай юғары күрһәткескә өлгәшергә булышлыҡ иткән. Радий Хәбиров коронавирус сәбәпле иҡтисади көрсөк шарттарында бизнесҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү һәм үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр эҙләнеүе хаҡында белдерҙе.

Радий Хәбиров бизнес һәм фәндең берләшеүендә яңы үҫеш йүнәлеше булыуын телгә алды. Башҡортостанда Евразия фәнни үҙәге булдырылды, донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәген асыу ниәте бар. Республика Башлығы был йәһәттән Рәсәй Президентынан ярҙам һораны. Владимир Путин был мәсьәләне өйрәнергә һүҙ бирҙе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter