Обычный вид

Яңылыҡтар

07.07.2020 18:53:00

Радий Хәбиров күсмә маммография кабинеттарынан асҡыстар тапшырҙы

7 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белорет, Бөрө, Күмертау, Нефтекама һәм Сибай үҙәк дауаханаларына биш күсмә маммография кабинетынан асҡыстар тапшырҙы.

«КамАЗ» шассеһына монтажланған мобиль комплекстар автоном файҙаланыу өсөн бөтә кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған. Яңы техника онкология сирҙәрен иртә стадияла асыҡлап, ҡатын-ҡыҙҙарҙы тишкерергә ярҙам итәсәк. 2020 йылда барлығы 162 миллион һумлыҡ һигеҙ күсмә кабинет һатып алынған.

Республика Башлығы яңы техниканы ҡараны, эш шарттарын баһаланы.

-       Беҙ йыһаздар һатып алыу тураһында күптән ҡарар ҡабул иттек, тағы ла өс махсус автомобиль ҡайтыуын көтәбеҙ. Был заманса, уңайлы комплекстар республиканың бөтә биләмәләрен дә хеҙмәтләндерәсәк, – тине Радий Хәбиров. ­- Процедуралар бик күп ваҡытты алмай. Иң мөһиме ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре беҙҙе ишетһендәр һәм ваҡытында тикшерелеп торһондар.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter