Обычный вид

Яңылыҡтар

07.07.2020 17:59:00

Инвалидтар эштәре буйынса координация советының киңәйтелгән ултырышы

7 июлдә Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Инвалидтар эштәре буйынса координация советының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау, инвалидтарға уңайлы мөхит тыуҙырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Төбәк етәксеһе эштең төп йүнәлештәрен билдәләне. Улар иҫәбенә реабилитация үҙәктәре ҡарамағында һаулығында кәмселектәре булған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ярҙам хеҙмәттәрен ойоштороу, адаптив физкультураны үҫтереү, уңайлы мөхит булдырыу инә.

Вице-премьер – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, республикала инвалид балалар һаны арта. Ваҡытында реабилитация саралары күреү бындай граждандарҙың байтаҡ проблемаларын хәл итер ине.

Радий Хәбиров мәсьәләне ентекле тикшерергә, төбәктәге һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, халыҡты социаль яҡлау тармағының тырышлығын берләштерергә тәҡдим итте.

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов адаптив физик культураны үҫтереү тураһында һөйләне, тармаҡтағы проблемаларҙы билдәләне.  Вице-премьер – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыу тураһында хәбәр итте.

Республика Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, Инвалидтарҙың эштәре буйынса координация советы квартал һайын йыйыласаҡ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter