Обычный вид

Яңылыҡтар

01.07.2020 21:37:00

Башҡортостан халҡының 90 проценты гражданлыҡ бурысын үтәне – Радий Хәбиров

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Рәсәй 24" федераль каналы эфирында республикала Конституцияға төҙәтмәләр биреү буйынса тауыш биреү һөҙөмтәләре менән таныштырып, ҡатнашыусыларҙың 90 процент тәшкил итеүе хаҡында белдерҙе.

 

“Беҙҙең республика юғары сәйәси һайлау мәҙәниәте һәм халыҡтың аңлы әүҙемлеге менән айырылып торҙо. Был юлы ла шулай булды. Бынан тыш, беҙ тейешле саралар күрҙек, хатта коронавирус инфекцияһы шарттарында кешеләр тауыш биреүгә килһен өсөн өҫтәмә дәртләндереү шарттары булдырҙыҡ. Ҡалаларға беҙҙең фермерҙар килеп, ҙур йәрминкәләр ойошторҙо. Былар барыһы ла беҙҙең граждандарҙың 90 проценты тауыш биреүенә килтерҙе”, – тине республика Башлығы.

 

Радий Хәбиров республика Үҙәк һайлау комиссияһынан ялыуҙар тураһында белешмә биреүҙе һораған, тик ундай хәлдәр булмаған.

 

“Һигеҙ мөрәжәғәт булды, ялыу түгел. Берәүҙәр тауыш биреү үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынған, икенселәр консультация алған. Тауыш биреүҙең асылы, төҙәтмәләрҙең йөкмәткеһе лә, минең ҡарашымса, бик ыңғай булды. Тауыш биреүҙең ете көн дауамында барыуы ла бик мөһим. Был санитар-эпидемиология ҡағиҙәләрен күҙәтеүҙә ныҡ ярҙам итте, аңлауыбыҙса, әле беҙ ауыр шарттарҙа йәшәйбеҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы.

 

Радий Хәбиров Башҡортостанда бер-нисә мең күҙәтеүсе эшләгәне тураһында ла һөйләне.

 

“Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың бөтә ағзалары ла барлыҡ муниципалитеттарҙа эшләне. Улар Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса советтағылар кеүек үк үҙ һүҙле. Эштәре өсөн беҙ барлыҡ шарттар тыуҙырҙыҡ, тип уйлайым. Төп күҙәтеүселәр Рәсәйҙең, беҙҙең республиканың Йәмәғәт палатаһы аша килде. Шуға ла был өлкәлә бурыстарҙы тулы кимәлдә үтәнек тип иҫәпләйем”, – тине Радий Хәбиров.

 

Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктең тауыш биреү хоҡуғына эйә граждандарының 89,78 проценты тауыш биреүҙә ҡатнашҡан.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter