Обычный вид

Яңылыҡтар

22.06.2020 11:48:00

Башҡортостанда участка һайлау комиссиялары Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙе үткәреүгә әҙер

Башҡортостанда бөтә участка һайлау комиссиялары Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙе бөтә санитар нормаларға ярашлы үткәреүгә әҙер. Был хаҡта Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе.

Граждандар һайлау участкаларына үҙҙәренә уңайлы ваҡытта килә алһын һәм халыҡ күпләп йыйылмаһын өсөн, тауыш биреү 25 июндән 1 июлгә тиклем үтә. «Мобиль һайлаусы»  системаһы аша ғаризалар ҡабул итеү тамамланған, ул граждандарға үҙҙәренә уңайлы участкала тауыш биреү мөмкинлеген бирә.

Бөтә территориаль һайлау комиссияларына ла индивидуаль һаҡланыу саралары тапшырылған.

Илона Макаренко әйтеүенсә, 230 участкала һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары урынлаштырылған, бөтә участкаларҙа ла йомғаҡлау протоколдарын QR менән әҙерләү технологияһы ҡулланыласаҡ.

Территория һайлау комиссияларына 3, 047 млн бюллетень тапшырылған, уларҙың 13 проценты – башҡорт, ете проценты – татар телендә.

Тауыш биреү йомғаҡтары 3 июлдән дә ҡалмайынса билдәле буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы 65 йәштән өлкән участка һайлау комиссия ағзаларына ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк тине, шулай уҡ инфекция дауаханаларының «ҡыҙыл зонаһында» тауыш биреү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.

-          Участка һайлау комиссиялары ағзалары араһында «ҡыҙыл зонаға» инергә рөхсәте булғандар бар, – тине Илона Макаренко.

Радий Хәбиров тауыш биреү мәлендә санитар нормаларҙы ҡәтғи үтәргә саҡырҙы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter