Обычный вид

Яңылыҡтар

04.06.2020 16:58:00

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Алға» махсус иҡтисади биләмәне үҫтереү һорауҙарына арналған күсмә кәңәшмә үткәрҙе

4 июндә Ишембайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Алға» махсус иҡтисади биләмәне үҫтереү һорауҙарына арналған күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, предприятие вәкилдәре – махсус иҡтисади биләмәнең буласаҡ резиденттары ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, май аҙағында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары сигендә махсус биләмә булдырыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы.

–      ­Сәнәғәт-етештереү тибындағы махсус иҡтисади биләмә булдырыу – ҙур еңеү. Шуға ла был эштә ярҙам күрһәтеүселәргә ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Республика Хөкүмәте, муниципаль берәмек хакимиәттәре башлыҡтары – хәҙер беҙ барыбыҙ ҙа ошо биләмәне үҫтереү буйынса яуаплыбыҙ. Эшмәкәрлекте координациялау эше беренсе вице-премьер– Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Азамат улы Тажетдиновҡа йөкмәтелә.

Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай әҙерлек эшен башларға ҡушты. Инвесторҙар өсөн кәрәкле инфрастуктура булдырыу мөһим. Шулай уҡ проектта ҡатнашыусыларға шарттар тыуҙырыу мөһим.

 

–      Яңы проекттар өсөн биләмә бар, хәҙер инвесторҙарҙы көтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ҡарарҙарҙы тиҙерәк ҡабул итергә саҡырам.Махсус иҡтисади биләмәнең дөйөм майҙаны 470 гектар. Уларҙың яртыһынан күбеһе проекттарға бүленгән дә инде.

Бынан тыш яҡын арала Рәсәй Хөкүмәте, Башҡортостан, район хакимиәттәр араһында килешеү төҙөргә кәрәк. Унда стратегик йүнәлештәр һәм махсус иҡтисади биләмәне үҫтереү этаптары билдәләнәсәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter