Обычный вид

Яңылыҡтар

01.06.2020 16:09:00

Благовещен районына эш сәфәре

1 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Благовещен районында булды. Төбәк етәксеһе «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу барышы, бәләкәй архитектура формалары етештереүсе предприятие эше менән танышты, «Йәмәғәт биләмәләре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәтен» күсмә форматта үткәрҙе.

***

Благовещен ҡалаһында быйыл ни бары бер ихата төҙөкләндерелә, ул бер юлы өс күп ҡатлы йортто берләштерә, уларҙа йәмғеһе 1000-гә яҡын кеше йәшәй.

Район хакимиәте башлығы Олег Голов әйтеүенсә, был биләмәлә асфальт-бетон ҡатламы яңыртыла, парк барлыҡҡа киләсәк, яҡтыртыу ҡорамалдары яңыртыла, балалар һәм спорт майҙансығы төҙөү, видеокүҙәтеү системаһын монтажлау күҙаллана. Төҙөкләндереү өсөн 19 млн һум аҡса бүленгән, эштәр 1 июлгә тамамланыр тип көтөлә.

Төбәк етәксеһе эштең сифатына ҙур иғтибар бүлергә ҡушты, 2020 йылда  «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыуға сығымдар күберәк бүленәсәген һыҙыҡ аҫтына алды.

***

Башҡортостан Башлығы Николай Киселев исемендәге паркта булды. 2015 йылда бында геройға бюст ҡуйыла. Планға ярашлы төҙөкләндереү эштәре алып барыу һөҙөмтәһендә, парк ҡала халҡының яратҡан урынына әүерелә. Бында балалар һәм спорт майҙансығы барлыҡҡа килә.

***

Республика етәксеһе шулай уҡ «Проспект» предприятиеһында булды. Ул бәләкәй архитектура формалары һәм яҡтыртыу ҡорамалдары етештерә. 2020 йылдың февралендә 250 млн һумлыҡ проект «Инвестиция сәғәтендә» раҫлана. Компанияның генераль директоры Мария Новосёлова әйтеүенсә, етештереү майҙансығында төп цехтар ремонтланған, инженер селтәрҙәре үткәрелгән, кәрәкле ҡорамалдар урынлаштырылған. Башҡортостан Башлығы ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә атҡарлыҡан эштәрҙе юғары баһаланы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter