Обычный вид

Яңылыҡтар

01.06.2020 12:09:00

Башҡортостан Башлығының эш графигында яңы тематик кәңәшмә – «Ауыл сәғәте» барлыҡҡа килде

Башҡортостан Башлығының эш графигында яңы тематик кәңәшмә – «Ауыл сәғәте» барлыҡҡа килде. Унда ауыл сәнәғәте комплексына ҡараған актуаль һорауҙар барланасаҡ. Был хаҡта Радий Хәбиров  республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә белдерҙе.

Тәүге «Ауыл сәғәте» 2 июнгә планлаштырылған. Унда малсылыҡ тармағын үҫтереү һорауҙары ҡараласаҡ.

Яҙғы сәсеү эштәренә килгәндә, Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Илшат Фазрахманов белдереүенсә, бөртөклөләрҙе сәсеү тамамланыу алдында.

-         Беҙҙең ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре афарин. Ҡатмарлы  шарттарҙа эшләүгә ҡарамаҫтан, кампанияны уңышлы үткәрҙеләр, – тине Радий Хәбиров. – Һабантуйҙарға килгәндә, был һорау әлегә асыҡ ҡала.  Уны коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдең нисек үҙгәреүенә ҡарап хәл итәсәкбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter