Обычный вид

Яңылыҡтар

14.05.2020 15:16:00

Башҡортостан Башлығы ковидҡа ҡаршы плазма тапшырыусы донорҙарға түләүҙәр тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «2020 йылда ковидҡа ҡаршы плазма донорҙарына аҡсалата түләү билдәләү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Йәғни яңы коронавирус инфекцияһынан һауығып сыҡҡандан һуң ҡан тапшырыусыларға  аҡса түләйҙәр: 300 миллилитрҙан күберәк плазма биргәндәргә – 2500 һум, 450 миллилитрҙан күберәк  булған осраҡта – 3750 һум, 600 миллилитр өсөн  – 5 мең һум.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter