Обычный вид

Яңылыҡтар

11.05.2020 21:39:00

Башҡортостанда үҙизоляция режимын йомшартыу саралары күрелә

11 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе. Ул үҙизоляциялау режимын йомшартыу сараларына арналды.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән төбәк башлыҡтарына үҙ биләмәләрендәге халыҡтың санитария-эпидемиологик именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән аныҡ сараларҙы билдәләү вәкәләте раҫланды. Ошоға бәйле Радий Хәбиров 12 май иртәһенә тиклем Республика Башлығының юғары әҙерлек тәртибен ғәмәлгә индереү тураһындағы Указына үҙгәрештәр әҙерләргә ҡушты. 

Предприятиелар һәм ойошмалар өс төркөмгә бүленә. Эшмәкәрлеге туҡтатылмаған тәүге төркөм бөтә санитария талаптарын үтәп эшен дауам итәсәк. Уға икенсе төркөм – аҙыҡ-түлекккә ҡарамаған тауарҙар һатҡан магазиндар һәм башҡа сауҙа ойошмалары өҫтәлә. Улар сауҙа майҙаны талаптарға тап килгән, инеү-сығыу өсөн айырым ишеге булған осраҡта ғына эшләйәсәк. Өсөнсө төркөмдөң эшмәкәрлеге элеккесә ҡала: сауҙа үҙәктәре, кинотеатрҙар, мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларына эшләргә рөхсәт юҡ. 

12 майҙа 00:00 сәғәттән doroga02 сайты эшләүҙән туҡтай. Граждандар порталда теркәлмәйенсә лә автотранспортта ҡала буйлап иркен йөрөй ала.

Бынан ары шулай уҡ парктарҙа һәм скверҙарҙа йөрөргә мөмкин, тик социаль арауыҡты һаҡларға, битлек кейергә кәрәк.

65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирҙәре булғандар иртәнге сәғәт 6-нан киске 6-ға тиклем, уҡыусылар көндөҙгө 2-нән киске 8-гә тиклем урамға сыға ала. Тәүлектең башҡа ваҡытында был ҡатлам өсөн сикләүҙәр ғәмәлдә ҡала.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter